Йәйғор
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август , 20:54

Быйыл бал бармы?

Йәмле йәйҙең матур көндәре беҙҙе мул уңыш менән һөйөндөрә. Күптәр емеш-еләк  йыйып кинәнһә, башҡалар баҡсаһында үҫтергән йәшелсәһен ашап кинәнә. Был  көндәрҙә умарталыҡтарҙа бал йыйыу бара. Быйылғы йылдың уңышы нисек һуң?

Быйыл бал бармы?
Быйыл бал бармы?

Тәжрибәле умартасылар һәм Шишмә районы умартасылары йәмғиәте рәйесе Рафаэль Вәлиев  әйтеүенсә, яҙ айҙарының һуң килеүе, май һәм июндең  һалҡын, ямғырлы булыуы, бал ҡорттарына осор өсөн йылы көндәр булмауы, үҫемлектәрҙең  10–15 көнгә һуңыраҡ сәскә атыуы буласаҡ уңышҡа йоғонто яһамай ҡалмаған. Күптәрҙең ҡорттары ла ҡышты имен-аман сыға алмаған. Билдәле ошо сәбәптәр арҡаһында күптәрҙең яратҡан ризығы булған шифалы балдың уңышы аҙ буласаҡ тигән уртаҡ фекерҙә улар.   

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас в