Йәйғор
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2022, 08:47

Шаулап үҫер урмандар

Иглиндар «Урманды һаҡлайыҡ» акцияһына ҡушылды.

Шаулап үҫер урмандар
Шаулап үҫер урмандар

Бөтә Рәсәй «Урманды һаҡлайыҡ» акцияһында 70-ләп кеше ҡатнашты. Улар араһында – урындағы урман хужалығы, «Рәсәй тимер юлдары» акционерҙар йәмғиәте филиалы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Кадастр палатаһы, төбәк Росреестр идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Урмандарҙы тергеҙеү кампанияһында ҡатнашыусылар менән үсентеләрҙе дөрөҫ ултыртыу тураһында  ентекле инструктаж үткәрелде.

Иглин урман хужалығының Таутөмән биләмәһендә ике гектар майҙанда һигеҙ мең шыршы үҫентеһе ултыртылды.

Акцияла ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ағас ултыртыу – мөһим һәм кәрәкле эш.

Шаулап үҫер урмандар
Шаулап үҫер урмандар
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: