Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2022, 14:02

Тәбиғәт ҡосағында матур ял

Һуңғы ваҡытта ишкәкле махсус таҡта - сап-бордта йөҙөү бик популяр булып китте. Йөрәк-ҡан тамырҙарын нығытырға, стресты еңел үткәреп ебәрергә булышлыҡ иткән, хәүефһеҙ был спорт төрөн үҙ иткәндәрҙең һаны көндән-көн арта бара.

Тәбиғәт ҡосағында матур ял
Тәбиғәт ҡосағында матур ял

Берләштерелгән металлургия компанияһы грантына 6 сап-борд һатып алған социаль эшҡыуар Алексей Бураков был таҡтала йөҙөргә теләгәндәргә махсус маршрут та төҙөгән. Благовещен ҡалаһындағы "Бурый" туристик клубына файҙалы ла, күңелле лә ял артынан мөрәжәғәт итеүселәр Ағиҙел йылғаһынан алып Ҙур Утрауға тиклем гүзәл тәбиғәтебеҙҙең матурлығына һоҡланып, оло кинәнес тә алған.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: