Йәйғор
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2022, 12:26

Теләге булған – һөнәр ала

1980 йылда асылған Шишмә ҡасабаһындағы һөнәри белем биреү училищеһы, бөгөнгө көндә Башҡорт агросәнәғәт колледжының филиалы булып эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә был белем усағы илебеҙҙең төрлө  тармаҡтарында уңышлы эшләп йөрөгән 7500 үҫмер егет һәм ҡыҙға һөнәри белем биргән. Бында уҡығандар тракторсы-машинист, водитель, иретеп-йәбештереү оҫтаһы, ашнаҡсы, кондитер, һылаусы һәм буяусы һ. б. һөнәрҙәргә эйә була.

Теләге булған – һөнәр ала
Теләге булған – һөнәр ала

- Уҡыу-уҡытыу эше тиҫтәләгән йыл эсендә яйға һалынған был коллективта үҙенең эшен яратҡан, белемле, уҡыусыларҙы хөрмәт иткән тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. Теләге булғандар  колледжды тамамлағас та, уҡыуын юғары уҡыу йортонда дауам итә. Хәрби хеҙмәткә алынған күп үҫмерҙәр, унда ла алған белеме буйынса кәрәкле һөнәр эйәләре булып хеҙмәт итә. Уҡырға теләге булған һәр уҡыусыға бында мөмкинселектәр етерлек, - ти методист Нәжиә Ишбулдина.

- Колледж агросәнәғәт тармағы өсөн кәрәкле һөнәри белемле йәштәр әҙерләй. Ауыл хужалығы техникаһын, ҡорамалдарын ремонтлаусы һәм эксплуатациялаусы буласаҡ техник-механиктар  «Нерал-Шишмә», «Новотроицкий», «Башагросервис», «Башкир-агроинвест» йәмғиәттәрендә практика үтә. Артабан дипломлы йәш белгестәр шул предприятиеларға эшкә лә урынлаша,- тип һүҙгә ҡушыла филиалдың етәксеһе Гөлнара Ғәйнетдинова.

Машина-трактор паркын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау мастеры Роман Кузнецов колледждың 3 курсында белем ала. Әйткәндәй, Кузнецовтар ғаиләһендә тракторсы булыу быуын-быуындан килә. Романдың атаһы Владимир Сергеевич Михайловка һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштергән, «Башкир-агроинвест» йәмғиәтендә эшләп йөрөй, ағаһы Сергей һәм энеһе Петр ҙа тракторсылар.

- Бала саҡтан трактор янында уйнап, атайымдың эшләгәнен ҡарап үҫтек, һөнәр һайлағанда ла икеләнеп торманым - күңелемә яҡынын һайланым. Колледж мастеры Альберт Нурыев етәкселегендә «Башкир-агроинвест» йәмғиәтендә үткән практиканы ла, яңы уҡыу йылын да курсташтарым менән көтөп алдыҡ, - ти Роман.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: