Йәйғор
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2022, 16:44

Тыуған ил һеҙҙе көтә!

Бөгөн, 28 сентябрҙә, Благовещен район хәрби комиссариаты янындағы майҙанда  өлөшләтә мобилизациялау буйынса саҡырылған ир-егеттәрҙе оҙаттылар.

Тыуған ил һеҙҙе көтә!
Тыуған ил һеҙҙе көтә!

Ватан һаҡсыларының кәйефе хәрбиҙәрсә булһа ла, уларҙы йыраҡ һәм яуаплы юлға оҙатырға килгән ҡатындары, кәләштәре, ата-әсәләре, балалары, туғандары, дуҫтары ла тулҡынланыуын йәшерә алманы. Благовещен ҡалаһы һәм районынан мобилизацияланған кешеләрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыу буйынса үткәрелгән митингта ҡатнашҡан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов, дин әһелдәре, ата-әсәләр оҙатылыусыларға Ил алдындағы бурысты иҫән-һау үтәүҙәрен һәм хәйерле юл теләне.

-Ысын ир-егет башҡаса булдыра алмай! Бөгөн минең менән һуғышҡа бергә китәсәк ике туған ҡустым, дуҫым, хәрби хәрәкәттәр ветераны Вадим Исламов та илебеҙ ҡушҡан бурысты үтәргә әҙербеҙ. Тыуған илемдең ысын патриоты булараҡ, изге бурысымды һәм шәхси теләгемде үтәр өсөн ауыр ҙа, яуаплы ла эшкә юлланам. Украинала баш күтәргән нацистарға ҡаршы көрәшеүселәр сафын тулыландырыусыларҙың һәр береһе илебеҙҙең мөстәҡиллеген, бөтөнлөгөн, бойондороҡһоҙлоғон яҡлау кәрәклеген яҡшы аңлай, - тип һөйләне Илдар Хафизов.   

- Әлеге көндә илебеҙ һәм армиябыҙ беҙҙең ярҙамыбыҙға, яҡлауыбыҙға оло мохтажлыҡ кисерә. Саҡырыу алыу менән хәрби комиссариатҡа килеп, махсус операцияға үҙ теләгем менән китәсәгемде белдерҙем. Минеңсә, һаулығы яғынан сикләүҙәр булмағандар мотлаҡ үҙенең ир-егет бурысын үтәргә тейеш. Беҙҙең кеүек типһә тимер өҙөрлөк егеттәр ил һағына баҫмаһа, тағы кем баҫыр,- тине  20 йыл элек армия сафтарында хеҙмәт иткән Андрей Иванов.

Хөрмәтле яҡташтар, батырҙарса алышып, тыуған еребеҙгә еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Хәйерле юлдар!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: