Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2022, 08:52

Ауыр бәләләрҙән һаҡ булайыҡ!

Благовещен районының Яңы Надеждин ауылы янында УАЗ машинаһының 42 йәшлек водителе юл боролошондағы тимер-бетон терәүҙе барып төкөй. Тап ошо аяныслы мәлдә машина эсендә балалар өсөн махсус креслоға ултыртылмаған ете йәшлек бала тән йәрәхәттәре алып, Благовещен район дауаханаһына дауаланыуға килтерелгән.

Ауыр бәләләрҙән һаҡ булайыҡ!
Ауыр бәләләрҙән һаҡ булайыҡ!

Ҡаланың Комаров урамында ла юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. «Шевроле Ланос» автомобиле водителе йәйәүле үткәүеленән юлды аша сығып барған 23 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән. Ул ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға урынлаштырылған. Был юл-транспорт фажиғәһендә ғәйепләнгән 54 йәшлек водитель быйылғы йылда ғына юлдарҙа хәрәкәт итеүҙәге юғары тиҙлек өсөн биш тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡаһында күпме кеше ауыртыныу, ҡыйынлыҡтар кисереп, ауыр бәләгә юлыға. Шуға ла юлдарҙа иғтибарлы һәм уяу булайыҡ!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: