Йәйғор
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2022, 14:34

Аяныслы фажиғәләр булмаһын!

Матбуғат саралары, интернет селтәре беҙҙе һуңғы осорҙа терроризм, террористик акттар  хаҡында көн һайын иҫкәртеп тора. Бындай мәғлүмәт ишетеү халыҡты үҙ ғүмере, сәләмәтлеге, яҡындарының именлеге тураһында уйланырға һәм хафаланырға мәжбүр итә.

Аяныслы фажиғәләр булмаһын!
Аяныслы фажиғәләр булмаһын!

Тап ошо осраҡта һәр кешенең  уяулылығы һәм иғтибарлылығы ғына терроризмға ҡаршы төп ҡорал булып ҡала. Үҙебеҙҙе ҡурҡыныс хәлдәрҙән нисек һаҡларға? Нимә ул терроризм? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Благовещен ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡыусылары "Терроризмға ҡаршы бергәләп" тип исемләнгән тәрбиәүи урам акцияһында ҡатнашты һәм благовещендарға иҫкәрмәләр таратты. Терроризмға ҡаршы көрәштә һәр уҡыусы төрлө ҡурҡыныс хәлдәрҙә нимә эшләргә кәрәклекте, ҡотҡарыу органдарының  (МЧС-01 йәки 112) телефон номерҙарын белергә тейеш. Был белемдәр ҡурҡыныс алдында көслө булырға, яҡындарыбыҙҙың тормошон һаҡлап ҡалырға ярҙам итер.

Аяныслы фажиғәләр башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаһын, кеше ғүмерҙәре ҡыйылмаһын, тигән саҡырыу ойошҡанлы үткән акцияның төп маҡсаты булды.

Аяныслы фажиғәләр булмаһын!
Аяныслы фажиғәләр булмаһын!
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: