Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2023, 15:00

Һәр яҡлап та әүҙем

Өфө районында һәр мәҙәни сара “Йәшмәләр” халыҡ фольклор ансамбленән башҡа үтмәй тиһәк, һис кенә лә арттырыу булмаҫ. Төрлө байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа, мәҙәни кисәләрҙә халыҡҡа йыр-моң өләшкән, боронғо йолаларҙы тергеҙгән, быуындар бәйләнешенең өҙөлмәүен тәьмин иткән коллективта шөғөлләнеүселәр араһында төрлө йәштәге кешеләр бар. Халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлауҙа һәм таратыуҙа Ләйсән Ғәлина етәкселегендәге “Йәшмәләр” ҙең хеҙмәте ғәйәт ҙур.

Һәр яҡлап та әүҙем
Һәр яҡлап та әүҙем

Уйлап ҡараһаң, ансамблгә һәр кем үҙенең күңел ҡушыуы буйынса йөрөй. Йырлы-моңло “Йәшмәләр” ҙә шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла – Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан күсеп килеп, Өфө районының Алексеевка ауылын икенсе төйәге иткән таланттар. Уларҙы халыҡ моңона, йолаларына, сәнғәтенә ҡанат ҡуйыусы¬лар, быуындан-быуынға күскән мәҙәни мираҫты лайыҡлы дауам итеүселәр, халҡыбыҙға рух, көс, дәрт биреүселәр тиһәм дә хаталанмам.
Һәүәҫкәр артистар араһында йөрәге менән йәш, дәрте ташып торған, оло йәштә булһа ла теремек, ихлас күңелле Ираида апай Бәҙәмшина ла бар. Уның менән һөйләшә башлау менән был апайҙың шул тиклем ыңғай ҡарашлы, бәләкәй генә шатлыҡты оло итеп ҡабул итә белеүенә төшөнәһең һәм аралашыуҙан кинәнес алаһың.
Ираида Хәлим ҡыҙының егәрлелегенә, тырышлығына, эшсәнлегенә, энергияһы ташып тороуына ҡарап, хайран ҡалаһың. Бер минутын да бушҡа үткәрмәҫкә тырышҡан ханым һәр ваҡыт хәрәкәттә, эштә. Баш ҡалабыҙ сәхнәләрендә барған концерт – спектаклдәргә лә йыш йөрөй ул. Ял итергә лә онотмай, республика буйлап сәйәхәт итеп тә ҡайта.
Әүҙем апайыбыҙ китаптар уҡырға ярата, ваҡытлы матбуғатҡа ла өҫтөнлөк бирә. Әле яңыраҡ башҡорт телендә сыҡҡан район – ара “Йәйғор” гәзитенә яҙылып, бүләк тә отто. Кешелекле лә, кеселекле лә Ираида Бәҙәмшинаға “Афарин!” тиергә ҡала. Ундай кешеләр күберәк булһа, тормошобоҙ ҙа күпкә йәмлерәк, етешерәк, мулыраҡ булыр.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: