Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2023, 08:54

"Урамда инде ҡараңғы, ә уның уты яна..."

"Дөрөҫөн әйткәндә, ул ваҡытта өмөт менән сығып киткәйнем..." Республика Башлығы Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бәйле иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

"Урамда инде ҡараңғы, ә уның уты яна..."
"Урамда инде ҡараңғы, ә уның уты яна..."

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылдың 11 ғинуарында арабыҙҙан киткән республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

"Башҡортостандың беренсе Президентына бик рәхмәтлебеҙ – был хаҡта һәр саҡ әйтәсәкбеҙ. Ул республикабыҙҙы бик ауыр осорҙан алып сыҡты. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары бик ҡатмарлы булды. Бөгөн Башҡортостандың ҡеүәтле сәнәғәт төбәге, Рәсәйҙең таянысы булыуы уның эшмәкәрлегенә, республика менән идара итә белеүенә лә бәйле. Республикабыҙ – төрлө милләт һәм дин кешеләре татыулыҡта, дуҫлыҡта йәшәгән төбәк. Быларға башлыса ул нигеҙ һалды", - тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ экс-президенттың идара итеү сифаттарын, иҡтисад өлкәһендәге талантын билдәләне.

"Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов өсөн иҡтисадты үҫтереү яратҡан эш булды. Ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, ул етәкселек иткән ваҡытта һиҙелерлек үҫеш кисерҙек. Яңы предприятиелар, яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. Эш осоронда мин уның менән бергә ярайһы күп ваҡыт үткәрҙем. Ул көслө, ҡәтғи, ниндәйҙер кимәлдә ҡаты етәксе ине. Ә инде ябай халыҡ – ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, йәштәр, инәйҙәр менән аралашҡанда һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә булды. Күптәрҙе шөрләткән етәксенән ябай кешегә әйләнә ине. Ул туған халҡын, Башҡортостан кешеләрен яратты", - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты республика Башлығы.

Радий Хәбиров шулай уҡ хәҙерге Башҡортостандың урамдары, ҡалалары, парктарына – Мортаза Рәхимов Президент булған осорҙа башҡарылған бихисап эштәргә иғтибар йүнәлтте.

“Етәксе булараҡ ул прагматик ине, - тип хәтерләне төбәк Башлығы. – Һәр ваҡыт әйтә килде: “Нимәлер эшләр алдынан, әйҙәгеҙ, кешеләргә һыу, газ үткәрәйек”. Халыҡ өсөн тормоштағы иң мөһим ихтыяждарҙы – юлдар төҙөү, газ, һыу үткәреү икәнен аңланы. Ошо мәсьәләләр һәр саҡ иғтибары үҙәгендә булды. Мортаза Ғөбәйҙулла улына еңел булмаған осорҙа етәкселек итергә тура килде. Осоштар ҙа, түбән төшөүҙәр ҙә булды. Ул, хәҙергесә әйткәндә, стресҡа бирешеп бармаған заттан ине. Әгәр ниндәйҙер ҡарар ҡабул итһә, уны кирегә инандырыу ауыр булды. Шул уҡ ваҡытта, әгәр республика мәнфәғәттәренә ҡағылһа, иҫ киткес дипломатик холоҡло етәксе ине”.

Башҡортостан Башлығы үҙенең Мортаза Рәхимовты уҡытыусыһы тип иҫәпләгән кешеләр төркөмөнә ҡарауын әйтте: "Минең менән бер ваҡытта эшләгән хеҙмәттәштәремдең күбеһе хәҙер – идарасылар. Йыш ҡына шулай була торғайны: урамда инде ҡараңғы,  ә Мортаза Ғөбәйҙулла улының уты яна. Ул ғәмәлдә эш менән йәшәне: йәкшәмбелә лә, дүшәмбелә лә, байрам көндәрендә лә. Мин уның хакимиәтендә етәксе булып эшләгәнемдә, бер Яңы йыл байрамында, 31 декабрь көнө күрешеп, бер-беребеҙҙе ҡотланыҡ. “Мин китәйем?” – тинем. Ул: “Ярай, иртәгә төшкөһөн күрешербеҙ!”. 1 ғинуарҙа! Бына шундай кеше ине ул. Шул уҡ ваҡытта уҡырға ла ваҡыт тапты, интеллектуаль йәһәттән бик үҫешкән шәхес булды. Шуға күрә ул – беҙҙең өсөн уҡытыусы, өлкән иптәш, унан күп нәмәгә өйрәндек. Шул уҡ ваҡытта бик яҡын, ҡәҙерле кеше. Уның үҙенсәлекле һыҙаты хаҡында тағы бер тапҡыр әйтәм: тыштан ҡарап торғанда ни тиклем ныҡ, ҡәтғи булып тойолмаһын, кешеләргә һәр ваҡыт алсаҡ, ихлас булды. Мин уны бик ҡатмарлы йылдарҙа дүрт миллион халҡы булған республиканы үҙ артынан эйәрткән мөһабәт лидер итеп иҫләйәсәкмен. Был минең өсөн бик мөһим. Республика өсөн уның үлеме – оло юғалтыу”.

Радий Хәбиров шулай уҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән 2022 йылдың 31 декабрендә һуңғы осрашыуы тураһында һөйләне.

"Был ваҡытта ул ауырый ине. Янына дауаханаға килдек, ул ҡулын һуҙҙы. Беҙ уның менән аралаштыҡ, кәйефе яҡшырҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ваҡытта өмөт менән сығып киткәйнем. 31 декабрҙә мин уға: "7 февралдә тыуған көнөгөҙҙө, 89 йәшегеҙҙе, билдәләрбеҙ, бәлки?" - тинем. Ғөмүмән, уның 90 йәшен үткәреү хыялы бар ине, ләкин яҙмыш башҡаса ҡушты. Шулай ҙа беҙҙең йөрәктәрҙә, уйҙарыбыҙҙа ул республикаға етәкселек иткән ҡаҡшамаҫ лидер һәм Рәсәйҙең ысын патриоты булып ҡала – һәм был иң мөһиме!" - тине республика етәксеһе.

Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:Башҡортостан
Читайте нас: