Йәйғор
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2023, 11:51

Һау-сәләмәт үҫһен, Михаил!

Яңы 2023 йылда республикала тыуған 23-сө бала Благовещен районында теркәлгән.

Һау-сәләмәт үҫһен, Михаил!
Һау-сәләмәт үҫһен, Михаил!

Райондың Ильина Поляна ауылында йәшәгән Андрей менән Сабина Васильевтар тәүге балаһы - Михаил улдарына атай, әсәй булыу шатлығын кисерҙе. Биш йыл элек ғаилә ҡорған йәштәр Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләй һәм донъяһын да гөрләтеп алып бара.
Көтөп алған улдарына хәстәрлекле булған Васильевтарҙың оло ҡыуанысын ишеткән яҡындары ла уларға матур, бәрәкәтле тормошта улдарына яҡшы тәрбиә биреп үҫтереүен теләне.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: