Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2023, 14:58

Благовещендар батыр яҡташтарын онотмаҫ!

Благовещен ере былтырғы йылдың декабре менән быйылғы йылдың ғинуар айында Украинала хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ, ҡаһарман егеттәр Илдар Мыльников, Сергей Перегенчук, Рөстәм Фәрхетдиновтар менән хушлашһа, әле яңыраҡ уларҙың рәтен 26 йәшлек Әлмир Фәтхуллиндың тулыландырыуы уның туғандарын, яҡындарын ауыр ҡайғыларға һалды.  

Благовещендар батыр яҡташтарын онотмаҫ!
Благовещендар батыр яҡташтарын онотмаҫ!

Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, ихлас, ярҙамсыл булыуы менән билдәләнгән егеттең командирҙары һәм һалдаттар араһында абруйы ҙур булған. Эшен еренә еткереп үтәгән, тәүәккәл, үҙен һүҙендә тора белеүсе ысын ир-егет итеп танытҡан яугир Благовещен ҡалаһында тыуып үҫкән. Ҡаланың 5-се мәктәбен, Благовещен күп профилле колледжын уңышлы тамамлаған Әлмир Фәтхуллин армия хеҙмәтен дә ентекле үтеп, “ПОЛИЭФ” акционер йәмғиәтенә эшкә урынлашҡан. Ил саҡырыуы буйынса ул тәүгеләрҙән булып 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға юллана. Ҡаһарман яҡташыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы Ватаныбыҙҙы яҡлап, үҙенең хәрби бурысын һуңғы һулышынаса үтәй. Яуҙа алынған ҡаты яраларҙан һуң ул Мәскәүҙәге хәрби госпиталдә вафат булды.   

Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған кесе сержант Әлмир Рәүеф улы Фәтхуллин үҙен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаны һәм Рәсәйҙең дәүләт мәнфәғәттәрен һаҡлағанда һәләк булды. Батырыбыҙ тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Тыныс йоҡла, һалдат! Ауыр тупрағың еңел булһын!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: