Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2023, 17:23

Үҙеңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйма!

СПИД– ауыр йоғошло ауырыу. Ул иммунодефицит вирусы аша барлыҡҡа килә. Был вирус организмдың һаҡланыу системаларының йәшәү өсөн мөһим күҙәнәктәрен юҡҡа сығара. Шуға күрә организм төрлө ауырыуҙарға, инфекцияларға ҡаршы тора алмай.

СПИД – ауыр йоғошло ауырыу. Ул иммунодефицит вирусы аша барлыҡҡа килә. Был вирус организмдың һаҡланыу системаларының йәшәү өсөн мөһим күҙәнәктәрен юҡҡа сығара. Шуға күрә организм төрлө ауырыуҙарға, инфекцияларға ҡаршы тора алмай.

ВИЧ-инфекцияның һуңғы осоро СПИД ауырыуы тип атала. ВИЧ-инфекция әкренәйгән бомбаны хәтерләтә: кеше йылдар буйы ошо сиргә дусар була һәм хатта был хаҡта уйламай ҙа. Ә СПИД һәм ВИЧ йыш ҡына йәмғиәт тарафынан “беҙҙең менән бер ҡасан да булмаясаҡ" тип ҡабул ителә һәм күптәр тарафынан был тема урап үтелә. Әммә һандар киреһен иҫбатлай.

Бөгөнгө көндә Благовещен районында 315 пациент иҫәптә тора. Шуларҙың 169-ы - ир-егеттәр, 146-һы - ҡатын-ҡыҙҙар. Былтырғы йылда кешенең иммун дефициты вирусы менән сирләүҙең 37 яңы осрағы теркәлгән.

         Табиптар һүҙҙәренсә, ВИЧ-инфекцияһын йоҡтороуҙың өс төп юлы бар: енси юл, ҡан аша, әсәнән балаға йоға. Бөгөн кешеләрҙең 75 проценты енси бәйләнештә, уның күп проценты медицинала булмаған маҡсаттарҙа наркотиктар ҡулланған осраҡта зарарлана.

         Медицина һәм фармацевтика өлкәһендәге прогресс кешенең иммун дефициты вирусының 30 йыл эсендә үлемесле хәүефле сирҙән хроник сиргә әйләнеүенә килтерҙе. ВИЧ-инфекциялы, ретровирусҡа ҡаршы терапия ҡабул иткән һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған кешеләр тырышып эшләй, ғаилә ҡора, сәләмәт балалар тәрбиәләй ала. Бының өсөн ваҡытында тикшерелергә һәм ауырыуҙы асыҡларға кәрәк.

         Благовещен үҙәк район дауаханаһында ВИЧ-инфекцияға бушлай анализ биреү өсөн үҙеңдең участка терапевына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: