1970 йылда Ҙур Теңкәш ауылы ҡыҙы ун алты йәшлек Кәүсәриәне ун ике йәшкә өлкән Шәйҙуллин Ришат тигән егеткә кейәүгә бирәләр. Йәштәр осрашып-дуҫлашып та йөрөмәй, уларҙы ата-әсәләре өйләндерә. Ғаилә ғәжәп ныҡ булып сыға.
Ришат та, Кәүсәриә лә егәрле, ыңғай холоҡло, тырыш була. Колхозда эшләйҙәр, ғаилә башлығы – механизатор, ҡатыны бар эшкә лә маһир. Май заводында ла эшләй, ире комбайнда иген урғанда уның ярҙамсыһы була, хатта лаборант та, медпунктта санитарка ла булып ала. Биш балалары донъяға килә. Ике ҙуры – ҡыҙ, ҡалған өсөһө – малай. Тормош булғас, ҡайғыһы ла, шатлығы ла була. Тик өс йыл элек Кәүсәриәгә яҙмыш бигерәк ҙур һынауҙар ебәрә.
Март айында таңға табан өйҙәрендә янғын сыға. Шаулап торған өй көлгә ҡала. Ире Ришат яман шеш менән ауырып йөрөгән була.
– Тағы йәшәр ине әле, дауахананан оҙаҡ бармаҫ тип ҡайтарһалар ҙа, үҙем белгәнсә дауалап, дүрт йыл йәшәттем мин уны. Мартта янғас, тиҙ генә күмәкләшеп өй күтәрҙек, октябрҙә яңы йортта инек. Ришатҡа стресс та булғандыр инде, йәнә яңы өйҙәге дымлы һауа ла ҡаҡшатты. Шул уҡ йылды 1 ноябрҙә донъя ҡуйҙы.
– Үҙегеҙ табышып өйләнешмәгәс, бер-берегеҙгә ҡарата хистәр бар инеме?
– Ришат миңә үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр әйтте: «Һин миңә бик яҡынһың, һине бик яратам», – тине. Һәйбәт йәшәнек. Килен булып төшкәс, ҡәйнәмдең икмәк һалғанын бер генә ҡарап торҙом. Беҙ икенсе төрлөрәк һала инек. Ҡәйнәм миңә: «Беҙҙә беҙҙеңсә эшлә. Үҙеңә лә еңел булыр», – тине. Ҡәйнә менән ун өс кенә йыл йәшәп ҡалдым, татыу булдыҡ. Әле килендәремә лә ҡыҫылып, йәмһеҙләшеп йөрөмәйем.
Кәүсәриә ханымдың төпсөк улы ғына өйләнмәгән. Ҡыҙҙары ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй. Ә улдары өсөһө лә ауылда, Ҙур Теңкәштә.
– «Ҡалала һеҙҙән башҡа ла кеше күп, ауылда тороғоҙ», тинем балаларға. Ике улыма эргәбеҙҙә генә ике йорт һалдыҡ. Әсәйем туҡһанын тултырҙы, үҙ донъяһын көтә, шөкөр, йүгереп йөрөй. Ейәндәрем, бүләләрем бар. Өс улым, бер ейәнем Иглиндагы төҙөлөш магазинында эшләй. Балаларым тәртипле, эсмәй, донъя көтөргә тырыш.
Кәүсәриә ханым аш-һыуға бик оҫта. Үҙе генә белгән рецепт буйынса ҡамырҙан тәмле һәм йәмле сәскә бешерә. Район күләмендәге сараларға ла унан сәскә бешертеп алалар. Күп итеп мал аҫрай. Эшһеҙ йәшәй алмай ул. Шуға донъяһы ла гөрләп тора, балалары ла ата-әсәһе кеүек уңған, ғаиләләре татыу. Әсә кешегә шунан да ҙурыраҡ шатлыҡ-ҡыуаныс буламы ни? Иҫән-имен булһындар, тигеҙ ғүмер итһендәр, тип теләп кенә тора ул.