Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
6 Июль 2019, 13:19

Булдыҡлы эшкә тотонһа, ташыңды ла аш итер

Тормоштан йәм табып, яҡташтарының ихтирамын яулап, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөүен татып йәшәгән эшһөйәр, талантлы Шәриповтар ғаиләһе Баш Шиҙе ауылында ғүмер итә

Наил Зариф улы Шәрипов үҙ ҡулдары менән тракторҙар яһау оҫтаһы булараҡ районда ғына түгел, республикала ла күптәргә таныш.

Армия сафтарынан ҡайтҡас, йәш егет Өфө моторҙар эшләү заводына эшкә урынлаша. Ошонда техникаға һөйөү, уйлап табыуға ынтылыш башлана ла инде егет кешелә. Техника серҙәренә ул ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Тырышып, бөтә күңелен биреп эшләй. 1978 йылда завод ашханаһында эшләп йөрөгән Хәйбулла районы Беренсе Мырҙа ауылы ҡыҙы Айһылыу менән яратышып өйләнешәләр ҙә гөрләтеп донъя ҡороп ебәрәләр. Бына инде хәҙер бергә донъя көтөүҙәренә 41 йыл. Күптән Баш Шиҙе ауылында төпләнеп, мул тормошта йәшәп ята улар.

Өс бала тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырған Шәриповтар. Улар ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Һәр береһе үҙ юлын, үҙ ишен табып, матур йәшәй, ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандыра. Ҡыҙҙары Айгөл баш хисапсы булып эшләй. Ире Динар менән Иглин ҡасабаһында яңы йорт төҙөп сыҡҡандар. Улдары Илдар “Байрам” сауҙа системаһында тир түгә. Кесе улдары Русландың үҙ автосервисы бар, улар ҙа үҙҙәре төҙөп сыҡҡан ике ҡатлы йортта донъя көтә.

Сәм, ғәм, намыҫ менән йәшәй ғаилә. Наил Зариф улы үҙ ҡулдары менән биш трактор эшләгән. Рамаларҙы төрлө кәрәкле материалдан үҙе иретеп йәбештерә. Двигателдәрҙе лә нисек кәрәк, шулай ҡулайлаштырып урынлаштыра. Әлеге көндә файҙаланған тракторының приборҙар таҡтаһы ла, двигателе лә ВАЗ – 2107 еңел автомобиленән алынған. Трактор тиһәң дә, был транспорт берәмеге тиҙлекте сәғәтенә 70 – 80 километрға тиклем еткерә ала. “Ауыл ерендәге бесән сабыу, йыйыу, ташыу, урмандан ағас, утын алып ҡайтыу кеүек барлыҡ эштәрҙе ошо трактор ярҙамында башҡарам”, – ти оҫта. Төрлө кәрәкле тағылма ҡорамалдар ҙа ҡул аҫтында тора. “Атанан күргән уҡ юнған” тигәндәй, ҙур улдары Илдар ҙа үҙ ҡулдары менән ике квадроцикл эшләп ултыртҡан.

Өфөнән тыуған ауылына күсенеп ҡайтҡан оҫта, яңы һөнәр үҙләштерә һәм ғүмере буйы ауыл хужалығында малдар дауалау менән шөғөлләнә. Айһылыу Ҡасим ҡыҙы колхоз ашханаһында, балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Әле лә оҫта хужабикә яратып сәскәләр тәрбиәләй, бәйләм бәйләй, баҡса эштәрен алып бара, теплицаларҙа помидор, борос, кәбеҫтә үҫтерә. Мал - тыуар, ҡош - ҡорт ҡарай. Уңған, эшһөйәр Шәриповтарҙың тағы бер яратҡан шөғөлө – умартасылыҡ. Хужаларына оҡшап, бал ҡорттары ла мин барғанда геүләшеп бал ташый ине.

Әйткәндәй, был өлгөлө Шәриповтар ғаиләһе тураһында БСТ, НТВ телеканалдары ла тапшырыуҙар әҙерләп күрһәтте. Хәҙер Башҡор-тостаныбыҙҙа ғына түгел, киң Рәсәй тарафтарында ла беҙҙең яҡтарҙа ошондай бер матур ғаилә барлығын беләләр.

Эйе, уңыштары күп был ғаиләнең. Улар кешегә еңел генә бирелмәй. Алдыңа маҡсат ҡуя белеү һәм тырышлыҡ, тағы ла бер тапҡыр тырышлыҡ кәрәк!


Ринат БИКТИМИРОВ,

Нуриман районы.
Читайте нас: