Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
7 Июль 2019, 14:21

Тыуған ерҙә йәшәү – ҙур бәхет

Рим һәм Фәимә Әсәҙуллиндар өсөн үткән йыл юбилейҙарға бай булды

Рим һәм Фәимә Әсәҙуллиндар өсөн үткән йыл юбилейҙарға бай булды. Ғаилә башлығы Рим Ғәлиулла улы - етмешен, йорт хужабикәһе Фәимә Әсҡәт ҡыҙы иһә алтмыш бишен тултырҙы. Ә уларҙың бергәләп тормош ҡороп, йәшәй башлауҙарына ҡырҡ биш йыл үтеп киткән.


Хеҙмәт һөйөүсән, ауылдаштары, райондаштары алдында һәр ваҡыт һоҡланыу һәм хөрмәт тойғоһо уятҡан Әсәҙуллиндар ғаиләһе менән миңә яҡындан танышыу бәхете тейҙе.

Яғымлы хужалар ҡапҡа төбөнә үк сығып, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Беҙҙең әңгәмә тәм-томдарҙан һығылып торған өҫтәл артында дауам итте. Яҡшы әңгәмәләш булған хужалар менән төрлө темаларға ла һөйләшеп ултырҙыҡ.

Әсәҙуллиндар бөтә ғүмерен тыуған районына хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Ғаилә башлығына кем генә булып эшләргә тура килмәй. Ул машина йөрөтөүсе лә , механик булып та хеҙмәт итә, “Алатыр” совхозының Турбаҫлы бүлексәһен дә етәкләй.

- Уның «алтын» ҡулдарында һәр эш ырай, - тип һүҙгә ҡушыла Турбаҫлы ауыл биләмәһе башлығы Байрас Ҡәҙербаев.

Педагогик хеҙмәт ветераны Фәимә Әсҡәт ҡыҙы бөтә ғүмерен үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә арнай. Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлаған йәш уҡытыусыны Иглин районына эшкә ебәрәләр. Тиҙҙән Фәимәне Турбаҫлы мәктәбенә күсерәләр. Ошонда ике йәш йөрәк ҡауыша ла инде. Йәш уҡытыусы башта башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә, һуңыраҡ өлкәнерәктәрҙә тарих һәм йәмғиәт белемен алып бара. Тәжрибәле мөғәллимә ун һигеҙ йыл мәктәп директорының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары була. Дәрестәр, кәңәшмәләр, ата-әсәләр йыйылыштары... Фәимә Әсҡәт ҡыҙының һәр көнө - минутына ҡәҙәр бүленгән. Йорт эштәренә лә өлгөрөргә кәрәк! Фәимә апайҙың ире уҡытыусы эшенең бөтә яуаплылығын аңлай һәм ҡулынан килгәнсә йорт эштәрендә булыша. Яҡшы тыл булғас, ең һыҙғанып эшләй уҡытыусы. Фәимә Әсәҙуллинаның уҡыусылары предмет олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, фәнни-практик конференцияларҙа тикшеренеү эштәрен яҡлай. Педагог мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороуға ла ҙур өлөш индерә, тарих уҡытыусыһы булараҡ күп йылдар уны етәкләй. Тәжрибәле уҡытыусы бер нисә быуын йәш турбаҫлыларҙы оло тормошҡа әҙерләй. Бөгөн уның уҡыусылары халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында уңышлы эшләй. Уҡыусылары яратҡан уҡытыусыһын онотмай, уға рәхмәт хистәрен еткереп тора.

Мәғариф өлкәһенә ҙур өлөш индергәне өсөн Фәимә Әсҡәт ҡыҙы район хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ул – «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы».

Фәимә Әсәҙуллина һоҡланғыс кеше, оҫта хужабикә, хәстәрлекле ҡатын, әсә һәм өләсәй. Әсәҙуллиндар ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Улар бөтәһе лә юғары белемле. Бөгөн өләсәй менән олатай балаларына алты ейәндәрен тәрбиәләүҙә ярҙам итә.

Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, Әсәҙуллиндар ауылдың, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Фәимә Әсҡәт ҡыҙы ун йылдан ашыу урындағы һайлау участкаһы комиссияһына етәкселек итә. Уның участкаһы һәр ваҡыт яҡшы күрһәткестәргә ирешә. Урындағы үҙидараны үҫтереүгә , һайлау кампанияларын әҙерләү һәм уны үткәреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ул республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан бер нисә ҡабат бүләкләнә.

Бөгөн дә Әсәҙуллиндар ҡул ҡаушырып ултырмай. Ҙур булмаған хужалыҡтарында иртә яҙҙан көҙгә тиклем баҡса менән шөғөлләнеп, мал тота, ҡош-ҡорт үҫтерә. Йәй буйы бал ҡорто тәрбиәләйҙәр. Улар һәр тыуған көнгә ысын күңелдән шатлана белә, тормоштоң һәр миҙгеленән ҡәнәғәтлек табып йәшәй.

- Тыуған ерҙә йәшәү һәм хеҙмәт итеү – үҙе ҙур бәхет, - ти Әсәҙуллиндар бер тауыштан.
Читайте нас: