Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
17 Ғинуар 2020, 12:00

Тәрбиәле ҡыҙҙар үҫтергән Зөлфирә

Улар бергә бәхетле

Благовещен ҡалаһында йәшәгән Зөлфирә Әүхәҙиеваны күптәр матур, тәрбиәле, инсафлы ҡыҙҙар тәрбиәләгән әсәй булараҡ белә, хөрмәт итә.
Юлиәһе башлы - күҙле булып, ире Андрей менән үҙ донъяһын көтә.Былтыр йәштәр әсәһенә ейән бүләк иткән. Кесе Линараһы 1 - се гимназияның сағыу йондоҙсоғо. Әсәһен уҡыуҙағы уңыштары менән ҡыуандырған Линара район хакимиәте башлығының стипендиаты ла. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған был ҡыҙ ҡаланың балалар - музыка мәктәбендә хореография бүлегендә лә уҡый. Благовещендың иң аҡыллы балалары менән ул да республика шыршыһына барып,Яңы йыл бүләктәре алып ҡыуанған.
Бына шулай, күҙҙәренән шатлыҡ, нур сәселеп торған ҡыҙҙары, кейәүе, ейәне менән бик ҡәнәғәт Зөлфирә ханым.
"Ни сәсһәң, шуны урырһың" тигәндәй, ҡыҙҙарының матур тормошо, тәртипле булып үҫеүенә һалынған хәләл көсө,тырыш хеҙмәте бушҡа китмәгән. Уның өсөн ошонан да ҡәҙерлеһе юҡтыр.
Читайте нас: