Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
18 Ғинуар 2020, 14:00

Балаға - йөрәк йылыһы

Ҡаты бәғерле булмайыҡ!

Благовещен ҡалаһында йәшәгән Илгиз һәм Эльза Кәримовтар ғаиләһендә 5 йәшлек Эмилия алсаҡ, аҡыллы ҡыҙ булып үҫеп килә.
Атаһы ла, әсәһе лә уны берҙәй ярата. Бәләкәйҙән ҡаты бәғерле, миһырбанлы бала булып үҫмәһен өсөн уға йөрәк йылыһын йәлләмәй. Ял көндәрен, айырыуса ярата Кәримовтар. Ҡышын боҙ майҙансыҡтарында тау шыуыу, йәйгеһен йылға - күлдәрҙә һыу ҡойоноу, ял парктарына, балалар баҡсаһында үткән иртәлектәргә йөрөү, өләсәйҙәр, туғандар менән осрашыу... Былар барыһы ла бәләкәй Эмилияның күңелен күтәрә, ғаиләне лә бергә туплай, берләштерә.
- Балалар баҡсаһынан ҡыҙым менән һөйләшә - һөйләшә өйгә ҡайтабыҙ. Йорт эштәренә уны ла йәлеп итәм. Уға ҡулынан килерҙәй эш ҡушам. Артабан ғаиләбеҙ менән тәмле аш ашап алғас та, бар ваҡытыбыҙҙы уға бағышлайбыҙ. Эмилия менән уйнайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ,- ти Эльза Кәримова.
Көләкәс Эмилия өлкәндәрҙең яратыуын, үҙенә иғтибарын,йылы мөнәсәбәтен тойоп, бәхетле бала булып үҫеп килә. Ҡыҙына матур тәрбиә биргән, уны ысын шәхес итеп хөрмәтләгән ата - әсә ҡарт көнөндә үҙе лә изгелек күреп йәшәр.
Читайте нас: