Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
18 Ғинуар 2020, 20:00

Нуриманға нур өҫтәүсе ғаилә

Әхмәтовтар ғаиләһен кәүҙәләндергән матур баннерҙар Нуриман районын биҙәп тора

​Филүс һәм Светлана Әхмәтовтар, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, күптәргә билдәле. Эшһөйәр, уңған парҙар өс бала тәрбиәләй.
Ғаилә башлығы Филүс Нәзиф улы һөнәре буйынса электрик. Ул, барлыҡ хужалыҡ, төҙөлөш эштәренә оҫта һөнәр эйәһе булараҡ, улдары Азамат менән Алмазды ла эштән ҡурҡмаҫҡа, етмеш төрлө хеҙмәт эйәһе булырға өйрәтә.
Светлана Инзил ҡыҙы Павловка урта мәктәбе уҡытыусыһы, урындағы ирекмәндәр хәрәкәте лидеры. Мәрхәмәтлелек акцияларын, форумдарын юғары кимәлдә ойоштороусы педагог. Алтынсы класта уҡып йөрөгән ҡыҙҙары Азалия менән улар барлыҡ йорт эштәрен дә бергә башҡара:өй йыйыштыралар, тәмле итеп ашарға бешерәләр, баҡса үҫтерәләр.
Балалар бер - береһен хөрмәт итеп, ата - әсәһен ҡәҙерләп, хеҙмәт яратып үҫә был ғаиләлә.
Райондың “Ике йөрәк” йәш ғаиләләр клубы ағзалары булып торған Әхмәтовтар һәр яҡтан өлгөлө. Болло, тырыш, татыу, иманлы был ғаилә күптәргә үрнәк булып тора.
Читайте нас: