Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
20 Ғинуар 2020, 11:15

Бөтә ғаилә менән – саңғыға

Иглин районы Үктәй ауылынан Мәжит һәм Рәзилә Әхмәҙуллиндарҙың татыу ғаиләһе ғүмер буйы «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!» девизына тоғро ҡала

Үктәй аулында ғүмер итеүсе Мәжит һәм Рәзилә Әхмәҙуллиндар әүҙем тормош алып бара. Үктәйҙә һәм ауыл биләмәһендә бер генә сара ла уларҙың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй, тиһәк тә хата булмаҫ. Ҙур хужалыҡтарында эштең күп булыуына ҡарамаҫтан, улар спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә ваҡыт таба. Рәзилә апай Сарт-Лабау ауылы “Шәйхулла” мәсете тарафынан йыл һайын ойошторолған “Мосолман саңғы һуҡмағы” саңғы ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
- Саңғыла йөрөү кәйефте күтәрә, һәм, әлбиттә, һаулыҡты нығыта, - ти Әхмәҙуллиндар бер тауыштан.
Ата-әсә өс улдарында ла спортҡа ҡарата һөйөү уятҡан. Улар ҙа өлкәндәр үрнәгендә кесе йәштән үк сәләмәт тормош рәүеше алып бара. Малайҙар йәйен велосипедта йөрөһә, ҡышын – саңғы, санала шыуып үҫә. Һәм хәҙер инде үҙҙәре ғаилә башлыҡтары булған Әхмәҙуллиндарҙың был традицияларын уларҙың балалары дауам итә.
Әхмәҙуллиндарҙың татыу ғаиләһендә матур йолалар күп. Шуларҙың береһе – бергәләп тәбиғәт ҡосағына сығыу. Өлкәндәргә лә, балаларға ла бигерәк тә ҡышҡы урманға сәфәр оҡшай.
Ата-әсә йортона балалар йыш йыйыла. Улар хужалыҡ буйынса ярҙам күрһәтергә лә, ял да итергә лә, мәҙәни саралар ойошторорға ла өлгөрә. Үткән ялдарҙа өлкәндәр саңғыға баҫып, кескәйҙәр тюбингтар алып ҡышҡы урманға сәйәхәт иттеләр.
Рәзилә апайҙың һүҙәренә ҡарағанда, улар саф һауа һулап, ҡышҡы урмандың әкиәти матурлығына һоҡланып оҙаҡ йөрөгәндәр. Арып, әммә бик ҡәнәғәт булып, яңы тәьҫораттар алып, барыһы бергә тәмле һый көтән ата йортона ҡайта. Алланған, ҡәнәғәт йылмайған йөҙҙәргә ҡарағанда, урманға сәйәхәт бөтәһенә лә оҡшағаны аңлашылып тора. Ғөмүмән, Әхмәҙуллиндар ошондай экскурсияларҙы йыш ҡына ойоштора.
Олатай һәм өләсәй ейәндәренең кесе йәштән үк спорт менән шөғөлләнеүенә, уларҙың яулаған ҡаҙаныштарына ҡыуанып бөтә алмай. Ейән- ейәнсәрҙәренең тыуған көндәренә лә, байрамдарға ла спорт кәрәк-яраҡтары алып бирергә тырышалар улар. Әхмәҙуллиндарҙың ике ейәне – Илгиз менән Илдан инде бер нисә йыл дзюдо менән шөғөлләнә. Малайҙар район үҙәгенең 1 һанлы мәктәбендә белем ала. Йәш спортсылар ярыштарҙың район этаптарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, республика бәйгеләрендә район данын яҡлап уңышлы сығыш яһай.
Читайте нас: