Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
20 Ғинуар 2020, 11:45

Күҙҙәренән оло мөхәббәт бөркөлә

“Өйөбөҙ йәмле – ҡыҙҙарым менән,”-ти ирле ҡатынлы Шәйхуллиндар

Ислам динендә ҡатын –ҡыҙҙың ғаиләләге төп бурысы – балалар тәрбиәләп үҫтереү,уларҙы юғары иманлы,әҙәпле итеү,сөнки балалар күпселек ваҡытын әсә янында үткәрә,беренсе тәрбиәне,өгөт – нәсихәтте,әҙәп өлгөләрен әсәнән ала.Шуға ла, ҡыҙҙарына тәрбиә биргән әсә кеше милләт тәрбиәләй,тиҙәр.
“Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ”... Ике ҡыҙына бәләкәйҙән матур тәрбиә биреп, тәртипле,инсафлы, тәүфиҡлы итеп үҫтерергә күп көс түккән, Әсә исемен лайыҡлы йөрөткән Нурия Нур ҡыҙы Шәйхуллина тап шундай әсәләр рәтен тулыландыра. Ҡыҙҙарына йөрәк йылыһын йәлләмәй,Алһыуҙы ла, Айһылыуҙы ла тигеҙ яратҡан,улар менән яҡшы мөғәмәләлә була белгән, яғымлы,сабыр атай булған Фәнис Фәнил улының да уларҙың тәрбиәһендә роле ҙур.
Сығышы менән икеһе лә Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылынан булған Шәйхуллиндар үҙҙәре лә ата – әсәһенең наҙлы ҡанаты аҫтында буй еткергән кешеләр.Улар балаларына дөрөҫ юл күрһәтеп, үҙ – үҙенә ышаныс тәрбиәләп, ауырлыҡтар,ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа өйрәткән. Улар – үҙҙәренең башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, хеҙмәт менән сынығып үҫкән быуын балалары. Бөгөн иһә, Нурия Нур ҡыҙы менән Фәнис Фәнил улы Шәйхуллиндар ата – әсәһенән алған тормош һабаҡтарын үҙ балаларына өйрәтә, улар күңеленә изгелек,итәғәтлек,яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсә. Күҙ нурҙарының һәр башланғысын хуплап, уны күтәреп алып,бергәләп тормошҡа ашырырға бар көсөн һала Шәйхуллиндар. Яуаплы урындарҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, улар бер – береһенә үҙ ваҡытын,иғтибарын йәлләмәй бүлә. Байтаҡ йылдар Нурия Нур ҡыҙы Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы, ә Фәнис Фәнил улы ошонда уҡ инженер – программист вазифаларында эшләгән,юғары белемле, хөрмәтле хеҙмәткәрҙәр. Бәләкәйҙән ата – әсәһе янына эшкә килергә яратҡан Алһыу ҙа, мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң күп уйлап тормай, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә. Әле 3-сө курста уҡып йөрөгән, һәр яҡлап һәләтле,ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ уҡыу йортоноң тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бала сағынан күңел түрендә йөрөткән уның хыялы ла бойомға ашҡан. Яҡындары менән улар бергәләп заманса фотоаппарат, уға барса кәрәк – яраҡтарын һатып алғандар. Алһыу хәҙер барса һәләтен эшкә егеп, бар донъяның матурлығын, йыл миҙгелдәренең сихри мәлен, дуҫтары тормошондағы иҫтәлекле ваҡиғаларҙы фотоға төшөрә. Апаһынан өлгө алып үҫеп килгән теремек Айһылыу ҡаланың 1 - се гимназияһында , балалар музыка мәктәбенең фортепиано класында ла яҡшы уҡый. Яңыраҡ Бөрө ҡалаһында уҙған ”XXI быуат лабораторияһы” ун алтынсы республика ғилми - ғәмәли конференцияһында ҡатнашҡандар араһында инглиз теле менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған Айһылыу Шәйхуллинаның эше лә 2-се урынға лайыҡ булған. Һәр яҡлап үҫешкән Айһылыуҙың еңеүҙәре,уларҙы дәлилләгән маҡтау ҡағыҙҙары,рәхмәт хаттары ла күп.
Ошондай һөҙөмтәләргә ирешкән, тырыш Шәйхуллиндарҙың балалары менән нисек ғорурланмайһың да, улар өсөн нисек ҡыуанмайһың?! Маладистар тип маҡтарға ғына ҡала үҙҙәрен. Ике яҡлап олатай- өләсәйҙәр ҙә ейәнсәрҙәре менән хаҡлы ғорурлана. 60 йыл бергә ғүмер юлы уҙған Фәнил Әсәт улы һәм Мәүжиҙә Имам ҡыҙы Шәйхуллиндар, 50 йылға яҡын бергә йәшәгән Нур Ҡарам улы һәм Зинфира Хажи ҡыҙы Собханғоловтарҙың ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейәнсәрҙәренә һөйләр хәбәре,кәңәштәре лә күп. Тормошоноң дауамы,нәҫел ағасында өсөнсө быуын вәкилдәре булған ҡыҙҙарҙы улар ҡәҙерләп: “Баланың балаһы балдан татлы” тип һөйөп ярата.
Тормоштоң уртаһында 21 йыл ҡайнап йәшәргә күнеккән Шәйхуллиндарҙың донъяһы хужа менән хужабикәнең ҡулдарының йылыһын алып,балҡып,йылмайып торған кеүек. Йорт эсендәге, ихата –баҡсалағы бөхтәлек ике уңғандың бергә тура килеп, шулай бәхетле,йылы мөхит булдыра алыуының асыҡ сағылышы.
-Тәрбиәнең нәҡ ғаиләнән башланыуы беҙгә бала саҡтан мәғлүм. Ата – әсәйебеҙҙең: “Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, кем менән аралашһағыҙ ҙа һәр саҡ ысын кеше булығыҙ” тип өйрәткәнен ишетеп үҫтек. Ошо әйткәнде күҙ уңында тотоп, беҙ ҙә ҡыҙҙарыбыҙҙы тик күркәм сифаттар аша оло тормош юлына сығарырға, уларға дөрөҫ юл күрһәтергә тырышабыҙ.Йорт эштәрендә лә ныҡлы терәккә әйләнгән балаларыбыҙ әлегә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ. Алһыу менән Айһылыуға киләсәктә атаһы менән миңә, барса туғандарға ышаныслы терәк-таяныс булып, имен-һау,бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә насип итһен,- тип һөйләне Нурия Шәйхуллина.
Бәхеттәренә ҡыуанып, бер-береһенең барлығына шатланып, һәр уҙған көнгә шөкөр итеп йәшәгән Нурия,Фәнис, Алһыу, Айһылыу Шәйхуллиндарҙың күңеленең, донъяһының бөтөнлөгө уларҙың йылы, наҙлы ҡарашында, яҡты йөҙөндә, эскерһеҙ мөнәсәбәттәрендә яҡты сағыла.
Читайте нас: