Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
5 Февраль 2020, 18:00

"Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк", - ти Ғилмановтар

Балалары, ейәндәре менән улар бәхетле

Бөгөнгө ығы - зығылы, мәшәҡәтле, үҙгәрештәр заманында һәр беребеҙ яҡын кешеләребеҙ булған ғаиләбеҙҙән илһам, көс, дәрт, алға ышаныс алып йәшәй.
Тап бына ошолай бергә тупланып, ҡулға - ҡул тотоношоп, алға атлай ҙа инде Ғилмановтар. Благовещен ҡалаһындағы хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе лә әле улар. 35 йыл бергә кисергән ғүмер юлында улар хәләл көсө менән икмәген дә таба, донъяһын да көтә. Рима Басир ҡыҙы менән Фәнғил Миңнулла улының Айһылыу ҡыҙы, Айҙар улы терәк - таянысы булһа, ә тормоштарын йәмләгән, күҙ нурылай - биш ейәне алдағы көндәрҙәге ныҡлы ышанысы булып тора. Геннадий кейәүе менән Екатерина килене лә улар ғаиләһендәге башҡорт мөхитендә үҙ урынын тапҡан, ҡайны - ҡәйнәһен хөрмәтләргә, аңларға өйрәнгән ғаилә ағзаларына әйләнгән. Шуға уларҙың барыһының да уйҙары ла, башҡарған эштәре лә уртаҡ. Ололар ололар, кеселәр кеселәр урынында ҡала белгәс, ғаиләлә һәр ағзаның фекере, теләге иҫәпкә алына, һәр эш изге уйҙарҙан башланып китеп, аҙағынаса тамамлана. Үҙенең эшҡыуарлыҡ эшен алып барған Ғилмановтар, Уручук ғаиләләренең көйләнгән эштәре, һәүетемсә генә дауам итә.
12 йыл элек олатай менән өләсәй булып киткән Рима һәм Фәнғил Ғилмановтар өсөн иң ҡәҙерлеһе - яратҡан ейәндәре. Алина, Никита, Ангелина, Азалия, Виктория уларҙы үҙҙәренең ҡыуаныслы ваҡиғалары менән һөйөндөрөп тора. Ҡалалағы балалар музыка мәктәбен тамамлаған Алина хореографиялағы, әле шунда уҡып йөрөгән Ангелина вокалдағы уңыштары, төрлө конкурс - олимпиадаларҙа еңеүҙәре менән ҡыуандырһа, ә Никита ысын ир - егеттәрсә үҙен спортта аса. Каратэла ҡыҙыл билбау алған егет, әле ҡаланың "Метеор" командаһында хоккей уйнай. Уларҙың барыһы ла мәктәптә яҡшы уҡый, тәртипле, аҡыллы, тыңлаусан, ҡыҙыҡһыныусан да үҙҙәре. 15 - се балалар баҡсаһына йөрөгән 4 йәшлек алсаҡ Азалия менән 2 йәшлек көләкәс Виктория өсөн ағаһы, апалары һәр яҡлап өлгө булып тора. Өлкәндәрҙең һәр һүҙен ишетеп, уларҙан күргәнен ҡабатлап өйрәнгән балалар ҙа улар кеүек бер - береһенә йылы мөнәсәбәттә аралашырға өйрәнгән. Ике яҡлап та ҡоҙа - ҡоҙағыйҙар, туғандар, уларҙың балалары, хәҙер инде ейәндәре менән дә бергә аралашып, осрашып йәшәүҙәре, бәләкәйҙән уларҙың күңелендә юйылмаҫ туғанлыҡ хистәрен нығыта.
Олаталары яҡлап имен-һау булған ҡартәсәләрен дә ярата бүлә - бүләсәрҙәр.
Ғилмановтарҙың күркәм йортондағы мул өҫтәл артына йыйылған өс быуын вәкилдәренең һөйләшер хәбәре лә, уртаға һалып бүлешер яңылыҡтары ла бихисап. Бергә үткәргән был ҡәҙерле минуттарҙа улар бер - береһенә ни тиклем кәрәкле, ышаныслы терәк - таяныс булыуына тағы бер ҡат инана.
Читайте нас: