Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
7 Февраль 2020, 19:00

Йәшәйештең өлгөлө миҫалы

Туғанлыҡ хистәре ҡәҙерле

Благовещен ҡалаһында тыуып - үҫкән, ошонда уҡ мәктәпте тамамлаған, хәҙер инде күптән ғаиләле, эшендә хөрмәтле хеҙмәткәр булған Әнгизәне урамда осратып, бер аҙ һөйләшеп торһаң, кәйеф күтәрелә, күңелдә ыңғай тойғолар ҡала.
Һәр саҡ яғымлы йылмайып, итәғәтле генә хәл - әхүәлдәрҙе белешеп китә ул. Тап ошо урында халҡыбыҙҙың "Исеме есеменә тап килгән" тигән мәҡәле иҫкә төшә. Бер аҙҙан шундай тәртипле, кешелекле, ышаныслы, тәүфиҡлы ҡыҙ үҫтергән, үҙҙәре лә кеше йәнле, ҡунаҡсыл булған Тимерхан ағай (күптән мәрхүм булған) менән Әлфиә апай Ғәниәтовтарҙы ла иҫкә алаһың.
20 йыл элек Ҡариҙел районы егете Рәшит менән яратышып өйләнешкән Әнгизә ошо уҙған матур йылдар эсендә дуҫ, татыу ғаиләһенең ныҡлы нигеҙен ҡора алған. Хәләл көсөнә, үҙенең тырышлығына ғына таянып йәшәргә күнеккән Кашаповтар балаларын да ошо йүнәлештә тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Лиана Өфөләге Башҡорт төҙөлөш,архитектура һәм коммуналь хужалығы колледжында дизайнер һөнәрен үҙләштерә, ә 6 - сы класта яҡшы уҡыған Линар ысын спортсы. Ул 6 йәштән ҡаланың "Контакт" каратэ клубында етди шөғөлләнә. Каратэның һары билбауына эйә булған егеттең яулаған еңеүҙәре бик күп.
Буш ваҡытын тик ғаиләһе менән бергә үткәрергә яратҡан Кашаповтар өсөн туғандары ла бик ҡәҙерле. Әсәһе Әлфиә апайға, бер туған апаһы Альбинаға, еҙнәһе Рәмилгә, һеңлекәштәре Элина менән Эмилияға ҡәҙер - хөрмәт күрһәтә улар. Ҡыҙҙарынан уңған Әлфиә апай уларҙың үҙенә тиң, терәк - таяныс булыуына шатланып бөтә алмай. Ике кейәүен дә үҙенең улдары кеүек яратҡан ҡәйнәгә, икәү - ара дуҫ булған ике бажа ла бик яҡшы мөнәсәбәттә. Апалы - һеңлеле Альбина менән Әнгизә лә балаларын төрлө сараларға гел бергә, әүҙем йөрөтөп, улар араһында бер - береһенә туғанлыҡ хистәрен тәрбиәләй һәм нығыта.
- Аталары менән уларға белем бирергә, оло тормош юлына сығарырға, дөрөҫ юл күрһәтергә тырыштыҡ. "Ҡыҙлы йорт - наҙлы йорт" тип белеп әйткән боронғолар. Йәш саҡта был мәҡәлдең мәғәнәһен бик төшөнөп бөтмәгән булғаным икән. Ә бөгөн тап ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн күҙ нурылай, ҡәҙерле ике ҡыҙымдың тәртибе, эшләгән эштәре, миңә күрһәткән изгелеге раҫлай. Мине хөрмәтләгән, һаулығымды хәстәрләгән балаларым шифаханаларҙа ял иттерә, концерт - спектаклдәргә йөрөтә, тыуған яғым - Белорет районының Асы ауылындағы туғандарым менән осраштырып тора. Бәхетле ҡартлығымдың иң ҡәҙерле минуттарын балаларым менән бергә кисерәм, - тип һөйләй Әлфиә апай Ғәниәтова.
"Донъя йәме - матур йәшәүҙә" тигән һүҙҙәргә таянып, Хоҙай Тәғәләнең һәр биргән көнөнә ҡәнәғәт булып йәшәй белгән Кашаповтарҙың, уларҙың яҡындарының алда ла шатлыҡлы, иҫтәлекле минуттары күп булһын. Уларҙың барыһына ла оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, төҙөлөп бөтөп килгән йорттарының ҙур ҡыуаныстарын күреп йәшәүҙәрен теләйем.
Читайте нас: