Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
12 Февраль 2020, 15:00

Ғаилә бәхете

Барлыҡ донъя эштәрен бер - береһе менән кәңәшләшеп, күңел йылыһын биреп башҡарған был матур ғаилә күптәргә өлгө булырлыҡ

Фәнүз Солтанов Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нуриман бүлегендә полиция хеҙмәткәре булып эшләй.
​Яуаплы һәм ҡатмарлы эшенән һуң ул һәр саҡ яратҡан ғаиләһе янына ашыға. Өйҙә уны һөйөклө тормош иптәше Илмира, ике улы һәм ҡыҙы көтөп тора. Күңел йылыһы менән тулған был ғаиләлә бөтәһе лә үҙ урынында. Ҙур улдары Илмирға 14 йәш. Ул мәктәптең спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Волейбол һәм футбол уйындарын үҙ итә. Өйҙә ул атаһының беренсе ярҙамсыһы. Барлыҡ хужалыҡ эштәрен бергә башҡара улар. Алты йәшлек Иллария беренсе класҡа барырға йыйына. Булмышы менән аралашыусан, бөтә нәмә менән дә ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙыҡай булып үҫеп килә ул. Бәләкәй Әмирханға әлегә 2 ай ғына.
​Фәнүз һәм Илмира Солтановтар хәҙер үҙҙәре төҙөп ингән ҙур, яҡты, заманса йортта йәшәй.
​Барлыҡ донъя эштәрен бер - береһе менән кәңәшләшеп, күңел йылыһын биреп башҡарған был матур ғаилә күптәргә өлгө булырлыҡ.
Читайте нас: