Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
26 Март 2020, 11:45

"Беҙ иң бәхетле ғаилә", - ти Ғәлиәскәровтар

Үрнәк тә, терәк тә улар

Благовещен ҡалаһында йәшәгән Нурия һәм Марсель Ғәлиәскәровтар өс улға, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән.
Ҡаланың 5 - се мәктәбендә 9 - ла уҡыған Арыҫлан, 8-ге Әҙилә, 3 - ге Рамаҙан тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Тәртипле, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған балалар музыкаға ғашиҡ. Ағаһынан күреп ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән Рамаҙан ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбендә уҡый. Ул күмәк спорт төрө - баскетбол менән дә ҡыҙыҡһына. Ошо уҡ белем усағында Әҙилә фортепиано класында уҡыһа, ә Арыҫлан был мәктәптәге ҡурай класын уңышлы тамамлаған. Ағалы - һеңлеленең уңыштарын һанап бөткөһөҙ. Улар район, төбәк - ара үткән башҡорт теле буйынса олимпиада призерҙары. Туған телдәрен яҡшы белгән балалар олимпиадаларҙа йылдан - йыл еңеү яулай. "Аманат" ҡурайсылар ансамблендә шөғөлләнгән Арыҫландың исеме республика кимәлендә үткән ҡурайсылар конкурсында киң билдәле. Гел призлы урындарға, маҡтауға лайыҡ егет ҡурайын ҡулынан төшөрмәй, район саралары ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Балалар баҡсаһына йөрөгән 5 йәшлек Исламды ағалары, апаһы яратып туя алмаһа, ә әсәһе менән атаһы, Зилә өләсәһе был шуҡ, шаян малайҙы ҡурсалай һәм хәстәрләй.
- Күп балалы ғаиләбеҙҙә барса байрамдар, тыуған көндәр иҫтәлекле, сағыу итеп үткәрелә. Бөтә эштәрҙе лә күмәкләшеп башҡарабыҙ. Һәр ғаилә ағзаһы өйҙә ҡулынан килгәнсә өлкәндәргә ярҙам итә. Музыкаға, спортҡа ғашиҡ балаларыбыҙҙы һәр яҡлап та ысын шәхес итеү маҡсатынан, уларға музыка ҡоралдары, спорт кәрәк - яраҡтары һатып алып бирәбеҙ. Атаһы ла, мин дә эштә саҡта балаларҙы өләсәләре ҡарай. Ейәндәренә дөрөҫ тәрбиә биргән өләсәй, уларҙы тормош һабаҡтары миҫалында үҫтерә, дөрөҫ тәрбиәләй. Хөкүмәтебеҙ биргән күп төрлө пособиелар, эш хаҡыбыҙ, ә иң мөһиме өйөбөҙҙә татыулыҡ, аңлашыусанлыҡ, иҫәнлек, һаулыҡ булғанда, барыбыҙ ҙа бәхетле булыр, - тип һөйләне Нурия һәм Марсель Ғәлиәскәровтар.
"Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән" тигәндәй, Ғәлиәскәровтар үҙенең хәләл көсө менән көткән тормошонан, тәрбиәле, инсафлы, һәләтле балаларынан бик ҡәнәғәт. Балалары өсөн үрнәк тә, һәр яҡлап терәк тә улар.
Читайте нас: