Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
9 Апрель 2020, 12:30

Күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ

Ғаилә бергә йыйылды

Үҙ аллы изоляция режимының икенсе аҙнаһы үтеп бара. Иглиндарҙың күпселеге өйҙә ҡалыуын дауам итә. Мәжбүри ял көндәрендә Оло-Ҡарамалы ауылында йәшәүсе Венир һәи Илвира Исмәғилевтарҙың ғаиләһе бергә йыйылды.
Ниндәй генә режим булмаһын, ауыл ерендә хужалыҡ эштәренең расписаниеһын үҙгәртә алмай. Ауыл кешеһенең участканан сыҡмай ғына башҡара торған эштәре күп.
Исмәғилевтарҙа ла эштәр үҙ көйө менән бара. Һәр ғаилә ағзаһының - үҙ бурысы. Малды ла, ҡош-ҡорттарҙы ла ваҡытында ҡарарға кәрәк. Умарталыҡта ла эштәр етәрлек. Ғаилә башлығы Венир улдары Илмир һәм Илнур менән умарталарҙы яңы миҙгелгә әҙерләй. Әлеге ваҡытта улар рамдар эшләү менән мәшғүл, прополис бешерәләр.
Илнур – Өфө дәүләт аграр университеты магистратураһында уҡый. Үҙ аллы изоляция шарттарында ул дистанцион уҡый. Илмир - мәжбүри ялда. Хәҙер егеттәрҙең ата-әсәләренә хужалыҡта ярҙам итергә ваҡыттары күберәк. Илвира ҡыҙы Кристина менән йорт эштәрен хәстәрләй, тәмле ризыҡтар әҙерләй. Хужабикә икмәкте лә мейестә үҙе бешерә.
Илвира – мәҙәниәт хеҙмәткәре, Оло-Ҡарамалы ауылы клубы мөдире. Ул эшһеҙ ултырырға күнекмәгән. Ҡатын мәжбүри каникулда ла ваҡытын файҙалы үткәрергә тырыша. Йорт эштәренән тыш ул ҡул эше менән шөғөлләнә - һалдат ҡул яулыҡтары сигә. Ғаилә башлығының атаһы Лотфулла Ислам улы Исмәғилев Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул инде күптән вафат. Уңған килен бер эшен уның иҫтәлегенә бағышлаған. Ошо көндәрҙә Илвира башҡорт ир-аттарының янсығын теккән. Уны матурлап башҡорт орнаменты менән биҙәгән. Йорт хужабикәһе онлайн конкурсҡа ла әҙерләнә - шиғыр ятлай.
Кристина – мәктәп уҡыусыһы. Ҡыҙ бейергә ярата. Уға бигерәк тә башҡорт халыҡ бейеүҙәре оҡшай. Ата-әсәләре ҡыҙға башҡорт милли костюмы һатып алған. Ул концерттарҙа бик теләп сығыш яһай. Йәш бейеүсенең репертуарында "Бөрйән ҡыҙҙары", “Беләҙегем, йөҙөгөм” кеүек билдәле бейеүҙәр бар. Әлеге ваҡытта әсәһе Кристинаға "Бишбармаҡ" бейеүен өйрәтә.
... Исмәғилевтар бына шулай һәр көндәрен файҙалы һәм күңелле үткәрә. Әүҙем кешеләргә хатта үҙ аллы изоляция шарттарында ла күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ, ти улар.
Читайте нас: