Ҡарамалы ауылында ғүмер итеүсе Рафаэль һәм Нәзирә Шәрәфетдиновтар үҙизоляция көндәрен файҙалы үткәрергә тырыша. Йорт хужабикәһе Нәзирә – мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ғәҙәти эш көндәрендә уның буш ваҡыты юк тиерлек. Ә хәҙер уның йорт эштәрен ҡарарға ла, хобби менән шөғөлләнергә лә ваҡыты етерлек.
Был көндәрҙә Нәзирә йыш ҡына тегеү машинаһы артына ултыра. Был мауығыуы уның бала саҡтан килә. Бәләкәй ҡыҙ өлкәндәр өйҙә юҡ саҡтарҙа ҡасып ҡына өләсәһенең тегеү машинаһын һынап ҡарай. Оҡшай. Шул көндәрҙән башлап йәш тегенсе машина артына йыш ҡына ултыра башлай. Ул кәрәк саҡта мәктәп алъяпҡыстары ла, өләсәһенең атлас күлдәктәренән яңы йыл байрамдарына костюмдар ҙа тегә. Мәктәптән һуң Нәзирә тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Кем булып эшләүенә ҡарамастан, һәр ҡатын-ҡыҙ тегә белергә тейеш, ти уңған ҡатын.
- Хеҙмәтемднең һөҙөмтәләрен күреү миңә ҡәнәғәтлек килтерә, - тип һөйләй Нәзирә. – Был һөнәр өйҙәгеләрҙе матур һәм осһоҙ ғына хаҡҡа кейендерегә һәм тегеү машинаһы ярҙамында көнкүреш проблемаларын хәл итергә ярҙам итә. Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә матур модалы кейемдәр кейәһе килә. Әммә күп ваҡыт магазиндар тәҡдим иткән кейемдәр беҙҙең талаптарҙы ҡәнәғәтләндермәй.
Шуға күрә Нәзирә ҡыҙына ла, иренә лә, туғандарына ла кейемдәрҙе үҙе тегергә тырыша. Моделдәрҙе һәм һыҙымдарҙы ул Burda мода журналынан ала, үҙе лә уйлап сығара.
Үҙизоляция башланыу менән Нәзирә беренсе сиратта медицина битлектәре текте, кәрәк-яраҡтарға ремонт эшләне, ҡыҙына йәйге итәк тегә башланы.
Рәфилә – Башҡорт дәүләт университетының беренсе курс студенты. Хәҙерге ваҡытта ул дистанцион уҡый. Ҡыҙ ата-әсәһен тәмлекәстәр менән һыйлай. Ул бешергән торттар, ҡоймаҡтар, күмәстәр, ҡабартмалар телеңде йотарлыҡ, ти әсәһе. Уңған ҡыҙ хужалыҡ эштәрендә лә ярҙам итә: һарыҡтарҙы, тауыҡтарҙы ашата.
Тиҙҙән баҡса эштәре башланасаҡ. Ғаилә яңы миҙгелгә теплицаны әҙерләгән дә инде.
Үҙизоляция осоронда Шәрәфетдиновтарға күңелһеҙ түгел: барыһына ла эш етәрлек.