Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
24 Апрель 2020, 11:17

Юбилейҙар үтһен парлашып

Мирғаязовтар ғаиләһендә - алтын туй

Благовещен ҡалаһында йәшәгән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған, ғүмере буйы арматура заводында көс түккән, хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары Ким һәм Нина Мирғаязовтарҙы белмәгән кеше һирәктер.
Халыҡ араһында абруйлы булған, тәртипле балалар үҫтергән, әле инде ейән - ейәнсәрҙәр, бүләсәр һөйгән Мирғаязовтарҙың бергә йәшәүенә 50 йыл ла үтеп киткән. Алтын юбилейын билдәләгән был ғаиләнең күркәм донъяһы йәмле, ҡотло. Благовещен арматура заводының ветерандар советы рәйесе булған Ким Мирғәле улы һәр саҡ сафта. Тормоштоң әсе - сөсөһөн, ауырлығын күргән ветеранға күптәр кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Ул бер кешене лә ярҙамынан ҡалдырмай. Нина Тихоновна ла иренән ҡалышмай, бар ергә лә өлгөрә. Улар ойошторған төрлө сараларҙа, тәбиғәт ҡосағындағы матур ялдарҙа завод ветерандары кинәнеп аралаша, хәл белешә,бер - береһенә ярҙамлаша.
- Оло йәштәге кешеләргә күп кәрәкмәй шул. Осрашып, һөйләшеп ултырыуҙар кәйефте күтәрә, - ти Ким ағай Мирғаязов.
Бына шундай һоҡланғыс Мирғаязовтар ғаиләһендәге матур тантанаға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Йәшәү дәртен һүндермәй, иҫәнлектә - һаулыҡта, дәртләнеп уларға тағы ла туй юбилейҙарын парлашып ҡаршыларға яҙһын!
Читайте нас: