Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
18 Май 2020, 21:16

Ояһында ни күрһә...

Ғаиләлә - тәртип, тәрбиә, яҡшы мөнәсәбәт...

Балаларына яратҡан, улар өсөн йән атып торған Айҙар һәм Екатерина Ғилмановтар улы Никитаны, ҡыҙы Викторияны тәрбиәләүгә күп көс һала.
Ике яҡлап та олатай, өләсәләре менән яратып аралашҡан балалар башҡа туғандарын да бәләкәйҙән танып, белеп үҫә. Байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә һағынышып осрашҡан балалар кинәнеп уйнай, яңылыҡтары менән бүлешә.
Үҙ эше менән шөғөлләнгән Ғилмановтар балаларының яратҡан шөғөлдәренә етди иғтибар бүлә. Никита ҡаланың "Метеор" хоккей командаһында шөғөлләнә, каратэға ла йөрөй, ә балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәй Викторияның йырға, һүрәт төшөрөргә әүәҫлеге бар. Улын, ҡыҙын һәр яҡлап та үҫешкән ысын шәхес итеп үҫтереү өсөн тырышҡан итәғәтле ата - әсә уларҙы төрлө сараларға, кино - концерттарға, түңәрәк, секцияларға йөрөтә.
"Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр" тигән мәҡәлгә таянып йәшәгән ирле - ҡатынлы Айҙар һәм Екатерина Ғилмановтар киләсәктә балаларынан тик изгелек, ҡыуаныс, рәхәтлек, хөрмәт күрер.
Читайте нас: