Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
11 Ноябрь 2020, 11:38

Бәкәйҙә - гәүһәр туй

Таһировтар йортона уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға яҡындары йыйылды

Шишмә районының Бәкәй ауылында йәшәгән Әнүәр Талип улы менән Зиәнә Абдулла ҡыҙы Таһировтарҙы гәүһәр туйҙары менән ҡотларға һыу һөлөгөндәй сибәр 4 ҡыҙы, береһенән - береһе аҡыллы, тәүфиҡлы 17 ейән - ейәнсәре, бүлә - бүләсәре йыйылды.
Бүләкбаш ауылының һылыу ҡыҙы Зиәнәне кәләшлеккә урлап алып ҡайтҡан баһадир Әнүәр тәүге көндән үк тормошон көйлө генә итеп ҡороп ебәрә. Ҡатыны ла уңған, егәрле, бөтмөр булғас, донъялары ла алға бара уларҙың. Ирле - ҡатынлы Таһировтар тырышып эшләп аҡсаһын, малын да таба, күҙ нурҙары - ҡыҙҙарына матур тәрбиә лә бирә. Туғандары, ауылдаштары араһында хөрмәт тә ҡаҙана. Шуға күрә лә, бөгөн улар яҡындарының ҡәҙер - хөрмәтен күреп, шатланып, бәхетле ҡартлығын кисереп йәшәй.
Гәүһәр туй көнөндә лә Таһировтар йортона уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға яҡындары йыйылды. Матур бүләктәр, изге теләктәр, йылы мөнәсәбәт ололарҙың кәйефен, алдағы йылдарға йәшәү рухын күтәрҙе.

Мәғлүмәт "Шишмә" район гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: