Нуриман районы Яңы Күл ауылында йәшәгән Рәйсә Сафа ҡыҙы Шайлисламованың өс улы, килендәре, 5 ейән - ейәнсәрҙәре, 7 бүлә - бүләсәрҙәре Әсәйҙәр көнөндә тыуған йортҡа йыйылды.
Был шатлыҡты быйыл мәрхүм булған атайҙары Шәйҙулла Нурислам улы ғына күрә алмай. Ғәзиздәренең бергә йәшәгән 50 йыллыҡ алтын юбилейҙарын тәбрикләгән балалары ул матур байрамды ла, атайҙарының иҫән сағын да гел һағынып иҫкә ала. Тәрбиәле, ипле, итәғәтле улдар үҫтергән ҡайны - ҡәйнәһенә килендәре лә бик рәхмәтле. Бөгөн Шайлисламовтарҙың дуҫ, татыу ғаиләһен ейән, бүләләр нурлай һәм биҙәй.
Байрам уңайынан был хөрмәтле ғаиләгә ҡунаҡҡа килгән район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов уларҙы "Йыл ғаиләһе - 2020" Бөтә Рәсәй конкурсының "Алтын ғаилә" номинацияһында еңеп сығыуы менән тәбрикләне.
Тәмле сәй өҫтәле артына йыйылған ҡунаҡтар сираттағы күрешеп, аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.