Йәйғор
+10 °С
Дождь
Ғаилә
31 Декабря 2020, 21:00

Ғаиләһе, эше менән ҡәнәғәт Лена

Бөгөн тормош шул тиклем ҙур тиҙлек менән алға аға. Ҡайһы берҙә тәүлектәге 24 сәғәт бөтөнләй етмәй кеүек. Хәҙерге заманда ҡатын кеше тотонмаған, көсһөҙ заттың ҡулынан килмәгән эш юҡ.

Бөгөн тормош шул тиклем ҙур тиҙлек менән алға аға. Ҡайһы берҙә тәүлектәге 24 сәғәт бөтөнләй етмәй кеүек. Хәҙерге заманда ҡатын кеше тотонмаған, көсһөҙ заттың ҡулынан килмәгән эш юҡ.
Армияла ла хеҙмәт итә, бизнес менән дә шөғөлләнә, кәрәкһә бокс аренаһына сығып көрәшергә лә мөмкин, йыһан киңлектәрен гиҙеүсе космонавт та, меңәр тонналы самолеттарҙы һауаға күтәреүсе лә гүзәл зат, хатта президент ҡатындар ҙа бар. Ә шулай ҙа һәр ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи булмышы - ул әсәлек. Бизнес, әүҙем тормош, сәнғәт менән бер юлы күп бала тәрбиәләүсе ҡатындарға һоҡланмау мөмкин түгел.
Елена Йөҙлөкбаева Иглин ауылындағы «Импульс” бейеү мәктәбе директоры һәм күп балалы әсә. Ул беҙҙең менән уңышлы ҡатын-ҡыҙҙың серҙәре һәм мәшәҡәттәре менән бүлеште.
- Лена, һаумыһығыҙ! Хәлдәрегеҙ нисек?
- Һаумыһығыҙ, Аллаға шөкөр. Әле дауаханала ятам. Табиптар ял итеп алырға тәндим итте. (Елена әле дүртенсе балаға ауырлы икән). Тик - балаларҙы, уҡыусыларҙы һағындым, уйҙарым менән гел шулар янында тик йөрөйөм. Тиҙерәк сығарһалар ярар ине.
- Донъя көндән-көн ҡатмарлана. Һин нисек ҡурҡмай дүртенсе бала артынан барырға булдың?
- Ә нимәнән ҡурҡырға? Баш өҫтөмдә ҡыйығым, таянырлыҡ тормош иптәшем, яратҡан эшем, һүрелмәҫ энергиям бар. Үҫкән сағымда буласаҡ ғаиләм тураһында, нисә балам буласағы тураһында уйлағаным да булманы. Ә хәҙер үҙемдең тормошомдо икенсе төрлө итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу техникумына эстрада бейеүҙәре бүлегенә уҡырға керҙем. Практиканы Иглинда үттем, уҡып бөткәс эшкә лә ошонда ҡайттым. Тормош иптәшем Владислав менән дә эш урынында таныштым. Дуҫлашып йөрөгән ваҡытта уҡ, бейеү мәктәбе асырға хыяллана торғайныҡ, пландар ҡорҙоҡ. Үҙебеҙҙең пландарҙың тормошҡа ашыуын оҙаҡ көттөк, бизнес-план төҙөнөк, төрлө идеяларҙы барлап сыҡтыҡ. Ниһәйәт, 2012 йылда «Импульс” бейеү мәктәбе астыҡ. Тәүҙә өлкәндәр һәм балалар өсөн ике генә төркөм ине. Торараҡ балалар һаны артты, өлкәндәр ҙә яңы бейеү йүнәлештәрен өйрәтегеҙ тип һорай башланы. Киңәйә башланыҡ, яңы уҡытыусылар, тренерҙар саҡырҙыҡ. Бөгөн беҙҙең мәктәптә өс йөҙҙән ашыу бейеүсе шөғөлләнә. Унан тыш йога, вокал, гимнастика, фитнес, акробатика, әсә һәм балалар өсөн дәрестәр бар. Бөтәһе 15 йүнәлеш буйынса эшләйбеҙ.
- Белеүемсә, һеҙҙең уҡыусылар йыш ҡына төрлө сараларҙа сығыш яһай.
- Һәр артисҡа сәхнә, сығыштар мотлаҡ икәнен беләм. Уҡыусыларҙың йыл әйләнәһенә нимәгә өйрәнеүҙәрен күрһәтеү маҡсаты менән беҙ йылына бер нисә концерт ойошторабыҙ.
- Күп балалы әсә өйҙә генә ултырырға тейеш тигән фекергә нисек ҡарайһың?
- Кеше үҙен ниндәйҙер кәртәләр менән сикләргә тейеш түгел. Хәленән килә икән балаһын да тапһын, эшен дә яйлаһын, сәнғәт менән дә шөғөлләнһен. Бала ҡатынға үҫергә ҡамасауларға тейеш түгел, бала әсәйгә ҡанат, бәхет килтерергә тейеш. Беҙҙең әле өс бала: өлкән ҡыҙым Полинаға - 7, оло улым Маркка - 5, кесе улыбыҙ Дауытҡа 3 йәш тулды. Оҙаҡламай дүртенсе сабыйыбыҙ тыуасаҡ. Балаларым минең менән бейеүгә йөрөй.
Ир кешегә эштәр атҡарыр өсөн ҡатын-ҡыҙ, ә ҡатын ҡыҙға иренең мөхәббәте кәрәк тиҙәр. Был хаҡтыр ҙа. Йөҙлөкбаевтарҙың ҙур ғаиләһенә ҡарап, был һүҙҙәргә тағы бер инанырға тура килә. Ҡатынының бар уйҙарын тормошҡа ашырырға әҙер булған ир янында ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ тик бәхетле генә булырға тейеш.

Читайте нас