Йәйғор
+14 °С
Облачно
Ғаилә
31 Декабря 2020, 21:00

Тир түгеп тапҡаны ҡәҙерле

Тормошта һәр яҡлап та уңған, тәүәккәл, тырыш кешеләр рәтенә райондың Үрге Иҙәк ауылында йәшәгән Фәйрүзә Воронкованы индерер инем.
“Ҡулынан килмәгән эше юҡ” тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары. Ауылдың мәҙәниәт йортон 10 йыл буйы етәкләгән Фәйрүзә Фәнил ҡыҙы ҡыҙыҡлы сара, концерт-фестиваль уҙғарһынмы, моңло итеп йырлаһынмы, йәшелсә-емеш үҫтерһенме... барыһын да ул тәүәккәллеге, тырышлығы, уңғанлығы менән тормошҡа ашыра. Үҙенә тигән көмөштө лә, өлөштө лә ауылдаштарына, күрше-күләненә таратып бирергә ғәҙәтләнгән уңған ҡатын 38 йыл бергә йәшәгән тормош иптәше Владимир Юрьевич, буй еткергән, булдыҡлы улдары Василий, Руслан менән 1985 йылда уҡ баҡсаларына йылытма эшләп ҡуйған. Иртә яҙҙан өлгөр хужабикә өс йылытмаһында үҫтергән төрлө сортлы помидор, борос, кәбеҫтә үҫентеләре менән йыл да күптәнге һатып алыусыларын тәьмин итә. Зарланырға һис яратмаған, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ханым һәр саҡ эш менән мәшғүл: яҙҙан ҡара көҙгә тиклем урамындағы йәшел сирәмдә ҡош-ҡорт үҫтерә. Тауыҡ, ҡаҙ, күркә бәпкәләрен алып ҡарай.
- Бик итләс, ауырлығы 4 килонан да артығыраҡ булған брама тауыҡтарын үрсетәм. Азияла сығарылған, иткә лә, йомортҡаға ла тотолған был тоҡом тауыҡтарының ҡиәфәте лә бик күркәм. Күркәләрем, ҡаҙҙарым да тоҡомло. Диетик һаналған күркә итен дүрт баламдың ғаиләһе, ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыш буйы ашап кинәнәбеҙ. Уларҙың һәр береһенең ауырлығы 20-25 килоға тиклем етә, - тип һөйләй Ф.Воронкова.
Хеҙмәттән кинәнес алған Воронковтар ғаиләһе эшләгән эшенән килем дә ала. Уларҙың үҫентеләр үҫтереп һатыуы донъя көтөүҙең төп терәгенә әйләнгән. Етеш йәшәргә ынтылған ғаилә ағзалары килгән аҡсаға кәңәшләшеп йорттарына төкөтмә төҙөтә, унда барса уңайлыҡтар булдырырға ла ниәтләй.
Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тиҙәр. Был бигерәк тә ғаилә тормошона ҡағыла. Воронковтар ғаиләһе бәхетенең дә ҙур өлөшө ипле ҡулдары менән йортон зауыҡлы биҙәгән, оҫта хужабикә, ире, ҡыҙҙары Лилиана, Әлфисәгә, улдары Василий, Русланға оло терәк, Диана, Денис, Аделина, Егор, Мирослава, Розалина ейәндәренә яратҡан өләсәй була белгән Фәйрүзә Фәнил ҡыҙынан тора тиһәм дә яңылышмам. Уның сабырлығынан, зирәклегенән яҡындары алға көс, дәрт алып йәшәй.
- Хәҙер ауылда йәшәүе элеккегә ҡарағанда күпкә рәхәт һәм еңел, тормош ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай, - ти Фәйрүзә апай. - Ҡыҙым, улдарым ғаиләләре менән ҙур йорттар төҙөнө. Тәүәккәл, тырыштарға Хоҙай йүнен бирә тигәндәй, күмәкләшеп ҙур эштәр атҡарып ҡуйҙыҡ.
Һәр эште кәңәшләшеп, үҙ-ара килешеп башҡарырға күнеккән Воронковтар алда ла шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, матур ғүмер кисерһен.

Читайте нас