Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
16 Октябрь 2021, 14:00

Йәштәр үҙ мөйөшлө булды

Районда йәшәгән етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғы элеккесә мөһим булып ҡала. Шуға ла был мәсьәләне эҙмә-эҙлекле хәл итеүгә район етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар бүленә.

Йәштәр үҙ мөйөшлө булды
Йәштәр үҙ мөйөшлө булды

Өфө районының “Йәштәр” торлаҡ комплексында 7 йәш кеше йорт туйланы  һәм торлаҡлы булыу бәхетенә иреште. Был шатлыҡлы мәл – егет-ҡыҙҙарҙың күптәнге хыялы ине.

Фатир асҡыстарын тантаналы шарттарҙа район хакимиәте башлығы Вилорий Угаров тапшырҙы. Вилорий Петрович фатирҙарҙы үҙе ҡарап сыҡты, йорт туйлаусылар менән аралашып, уларға изге теләктәрен дә еткерҙе. Өй туйлаусылар өсөн иң ҡыуаныслыһы шул, был заманса йортта йәшәү өсөн барса шарттар  булдырылған: ремонт эшләнгән, сантехника ҡуйылған һәм бөтә кәрәкле коммуникациялар үткәрелгән.

Районда йәшәгән етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғы элеккесә мөһим булып ҡала. Шуға ла был мәсьәләне эҙмә-эҙлекле хәл итеүгә район етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар бүленә.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: