Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
16 Ноябрь 2021, 14:11

Аҫыл ташҡа тиң алтмыш йыл

Быйыл көҙ Иглинда йәшәүсе Мансур һәм Римма Хәмзиндар гәүһәр туйҙарын билдәләне.

Аҫыл ташҡа тиң алтмыш йыл
Аҫыл ташҡа тиң алтмыш йыл

Мансур һәм Римма Хәмзиндарҙың балалыҡ йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә, атайҙары һуғыш яландарында һәләк була, аслыҡ һәм яланғаслыҡты үҙ елкәләрендә татыйҙар, һуғыштан һуңғы емерек хужалыҡты тергеҙеүҙә ҡатнашалар.

Буласаҡ ир менән ҡатын бала саҡтарынан уҡ таныш була, хатта бер йортта ла йәшәйҙәр. Римманың әсәһе ире һәләк булғандан һуң тыуған Благовар районына күсенә. Уны күрше Төркәй ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Ҡатынды Мансурҙарға квартираға индерәләр. Ул ҡыҙын да үҙе менән алып килә.

Оҙаҡламай Римманың әсәһе кейәүгә сыға, ул ҡыҙы менән яңы йортта йәшәй башлай. Ғаиләлә тағын дүрт бала тыуа. Тормош үҙ көйөнә дауам итә. Әҙерәк үҫкәс, ҡыҙ ҙа, егет тә йәштәштәре менән бергә өлкәндәргә колхоз эшендә булышалар - ураҡ уралар, ҙур арба менән фермаға бесән ташыйҙар, баҫыуҙарға тиреҫ сығаралар. Өлкәнерәк йәштә балаларға комбайндарҙан амбарға ашлыҡ ташыуҙы ла ышанып тапшыралар. Шулай уларҙың йәшлеге хеҙмәттә үтә. Мансур хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, йәштәр өйләнешә.

Был ваҡытҡа Римма апай Ҡурған финанс-иҡтисад институтында экономист, финансист һөнәрҙәре буйынса махсус курс бөтөрә. Йәш белгесте Иглин һаҡлыҡ кассаһына (хәҙер – Сбербанк) эшкә ебәрәләр. Шул ваҡыттан ғаилә Иглин районында йәшәй. Римма Ғәли ҡыҙы күп йылдар төрлө ойошмаларҙа бухгалтер, иҡтисадсы булып эшләй. Талапсан, грамоталы хеҙмәткәрҙе һәр ерҙә хөрмәт итәләр.

Мансур Муса улы "Башнефтезаводстрой" төҙөлөш идаралығында эшләй башлай, киске мәктәптә уҡый, һуңынан Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумын тамамлай. Диплом алғас, райондың төрлө ойошмаларында хеҙмәт эшсәнлеген дауам итә. Әүҙем ауылдаштарын иглиндар бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлай. Мансур Муса улы Хәмзин һигеҙ йыл Иглин поселок советын етәкләй.

Хәмзиндар намыҫлы хеҙмәт һәм юғары күрһәткестәре өсөн күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, улар - хеҙмәт ветерандары.

Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Хәмзиндар ҡул ҡушырып ултырмай. Баҡсаларында еләк-емеш һәм йәшелсә үҫтерәләр. Хужабикә сәскәләр ярата, уларҙы күпләр үҫтерә, бүлмә гөлдәре лә тәрбиәләй. Уларҙың йортында һәм ихатаһында һәр ваҡыт тәртип. Элек Хәмзиндарҙың хужалығы ҙур булған, ә хәҙер улар кәзә һәм тауыҡ тота. Хужаларҙың өҫтәлендә һәр саҡ тәмле ҡаймаҡ, кәзә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ, еләк-емеш, йәшелсә...

Хәмзиндар өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Бәхетле олатай һәм өләсәйҙең алты ейәне, ике бүләһе һәм бүләсәһе бар. Улар өлкән Хәмзиндарҙың йортонда йыш ҡунаҡ.

Аталарыныҡы кеүек, улдарыбыҙҙың да ҡулдары алтын, ти әсә. Улар үҙҙәренең торлаҡтарын да үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Ата-әсә балаларының тәрбиәле, йәмғиәт өсөн кәрәкле кешеләр булып үҫеүҙәренә ҡыуанып бөтә алмай. Иң мөһиме - улар ғаилә ҡиммәттәренә тоғро, хеҙмәт яраталар.

Тормош, билдәле булыуынса, гел шатлыҡлы ваҡиғаларҙан ғына тормай. Хәмзиндарға ҡайғы ла, ауыр сир ҙә кисерергә лә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, улар һәр көнгә ҡыуанып йәшәй.

Хәмзиндар инде 15 йыл ислам дине юлына баҫҡан - мәсеткә йөрөй, намаҙ уҡый, бөтә дини ҡанундарҙы үтәргә тырыша. Халыҡ араһында ислам нормалары тураһында аңлатыу эше алып бара.

Хәмзиндар 60 йыл дауамында туплаған ғаилә ҡиммәттәренән ҙур багаж туплаған, уларҙы бик ҡәҙерләп һаҡлай, йәш быуынға тапшыра.

- Бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлағыҙ, ғаилә ептәре тормош һынауҙарын бергә үткәндә генә ныҡлы була, - ти бер тауыштан гәүһәр юбилярҙар. - Бергә йәшәү яҡшыраҡ һәм күңеллерәк.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: