Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
24 Февраль 2022, 10:39

Февраль – матур һандар айы

Йәштәр, артабанғы тормош юлығыҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорналһын. Күңелдәрегеҙҙең илаһи һөйөү хисенең ҡәзерен белеп, тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып үтегеҙ. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, ныҡлы булһын!

Февраль – матур һандар айы
Февраль – матур һандар айы

Матур һандарҙың тура килеүе бәхет нигеҙе булырына ышанған өйләнешеүселәр никахҡа инеү өсөн 2022 йылдың 2- се, 22-се февраль көндәрен алдан һайлаған. Тап бына ошондай матур көндәрҙә никах үткәреү – бәхетле тормош нигеҙе, тип иҫәпләй йәштәр. Улар фекеренсә, был көндө хәтерҙә ҡалдырыуы ла еңелерәк икән. Ләкин психологтар календарь даталарына түгел, ә бер-береңдең хис-тойғоларына иғтибарлыраҡ булырға кәңәш бирә, сөнки бәхетле һәм ныҡлы ғаиләнең нигеҙе - мөхәббәт, ихтирам, сабырлыҡ һәм берҙәмлек.

Быйылғы йылдың 2 февралендә  Благовещендағы ЗАГС бүлегендә 2 пар үҙенең никахын законлы теркәгән, ә Антон һәм Алена Кузнецовтар исемлектә 22-се булған. Бына нисек була икән ул бер үк һандың тура килеп кенә тороуы. Тап ошо көндә үтәсәк никахлашыу мәлен йәштәр алдан уҡ планлаштырып, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза яҙып, билдәләп тә ҡуйған икән!

Ағымдағы йылдың 22 февралендә ошо уҡ бүлектә 18 пар никахын рәсмиләштергән. Өфө ЗАГС -тарындағы сиратты көтөп тормаған Таһир менән Гөлфина Таһировтар юлын табып, Благовещенға килеп никахҡа ингән. Таһировтар ғаиләһендәге тағы бер мөһим ваҡиға был һан менән бәйле, йәштәргә 22-әр йәш. 

Вадим менән Ева Носовтарҙы өс йыллыҡ дуҫлыҡ бәйләп тора. Улар ҙа никахлашыуға 2 ай алдан ғариза яҙып биреп, тап ошо көндә туғандарын, яҡындарын шатландырып, йәш ғаилә статусын алған. “Йөҙ йылға бер тапҡыр булған был матур датаны үткәреп ебәрә алмай, тап ошо иҫтәлекле көндә законлы никахлаштыҡ, - тип һөйләне Носовтар. 

Тормошоғоҙҙоң иң бәхетле көндәре – законлы никахығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Артабанғы тормош юлығыҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорналһын. Күңелдәрегеҙҙең илаһи һөйөү хисенең ҡәзерен белеп, тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып үтегеҙ. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, ныҡлы булһын!

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: