Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
15 Июль 2022, 14:14

Золиндар династияһы дауам итә...

Благовещен районында «Нива» ауыл хужалығы эшкәртеү кооперативында эшләгән Золиндар ғаиләһе 100 йыллыҡ хеҙмәт династияһы менән киң билдәле

Золиндар династияһы дауам итә...
Золиндар династияһы дауам итә...

Благовещен районында «Нива» ауыл хужалығы эшкәртеү кооперативында эшләгән Золиндар ғаиләһе 100 йыллыҡ хеҙмәт династияһы менән киң билдәле. 

Бала саҡтан дуҫ Анатолий һәм Татьяна Золиндар 1980 йылда үҙ ғаиләһен ҡороп, улдары Владимир, Иванға, ҡыҙҙары Светланаға ғүмер бүләк иткән.  

- Хужалыҡтың  Языков бүлексәһендә һөт-тауар фермаһында һауынсы, артабан инде иҫәпләүсе, осеменатор, идарасы вазифаһын башҡарҙым. Эшемде яратып үтәгәс, уның ауырлығын да тойманым. Хеҙмәттәштәрем менән тыуғам хужалығыбыҙ алдынғы булһын тип эшләнек тә, эшләнек, - тип иҫләй Татьяна Ивановна. Әсәйем Зина Ивановна менән фермаға 13 йәштән йөрөп, ундағы эштең ни тиклем яуаплы икәнлеген күреп, белеп үҫтем. Бер ҡасанда ла ҡалаға күсергә теләгем булманы, күңел түремдә һәр саҡ ғәзиз тупрағыма, ауылыма һөйөү йәшәне. Ирем, фекерҙәшем, хеҙмәттәшем  Анатолий Александрович  менән беҙ башлаған юлды хәҙер балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ  дауам итә.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, “Нива” хужалығының билдәле механизаторы Анатолий Золин да атаһы Александр Михайловичтан күп нәмәгә өйрәнеп үҫкән. “Тимер ат”ты йәшләй генә “эйәрләгән”егет трактор, комбайнды үҙ ҡулдары менән йыйып, һүтеп, техниканы үҙ иткән. Золиндарҙың кесе улдары Иван да уларҙың хеҙмәт династияһын дауам итеп, тыуған еренә тоғро ҡалған механизаторҙарҙың береһе. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул тәжрибәле хеҙмәттәштәре менән йылдың төрлө миҙгелендә лә йәнәшә эшләй.

Анатолий Александровичтың  мәрхүм булған улы Владимир ҙа 15 йәштән үҙен колхоз эшенә бағышлай. 23 йыл дауамында “Нива” ла хеҙмәт һалған тырыш Владимир Золинды ауылдаштары оло хөрмәт менән йыш иҫкә ала. Уның ҡатыны Анастасия Анатольевна быҙауҙар ҡараһа, ә атаһының, олатаһының  дауамы булған улы Александр киләсәк тормошон ауыл хужалығы тармағы менән бәйләргә тигән маҡсат ҡуйған. Тимәк, Золиндарҙың хеҙмәт династияһы йәшәй һәм дауам итә...

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: