Ғаиләһендә ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән Ардашировтар ғаиләһе Нуриман район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡовтың ҡулынан “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” өсөн миҙалы менән бүләкләнде.
Үҙҙәренең төп байлығы тип һанаған балаларының именлегенә, уларҙың матур тормошона, өс ейәнсәре менән ейәненә оло һөйөүен бағышлаған ата-әсә, олатай менән өләсәй булғанынан ҡәнәғәт булып йәшәп өйрәнгән. Иң мөһиме, райондың Юрмаш ауылында 50 йыл татыу ғүмер кисергән Илимбай һәм Айһылыу Ардашировтар ғаиләһендә хеҙмәт һөйөүсәнлеккә, әҙәплелеккә һәм тәртипкә ҙур иғтибар бирелә.
Был хөрмәтле пар йәшләй генә хеҙмәт юлын башлап, райондың Киров исемендәге колхозында хаҡлы ялға сыҡҡансы арымай-талмай көс түккән. Ҡатыны һауынсы, ә ире бар тирә-йүндә балта оҫтаһы булараҡ танылыу яулаған. Ныҡлы хужалыҡ тотоп, күп һанлы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп ғүмер кисергән Айһылыу Семеновна менән Илимбай Миңлебай улы йылдың һәр көнөн байрам кәйефендә яҡындарының уртаһында, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә уҙғарып өйрәнгән. Балалары, яҡындары шатландырып, өлкәндәрҙе хөрмәтләп торғас уларҙың ҡартлығы бәхетле һәм тыныс үтә. Ни сәсһәң шуны урырһың тигәндәй, йәшлектә һалынған орлоҡтарҙың уңышы тос, татлы һәм бәрәкәтле.