Йәйғор
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
22 Сентябрь 2022, 17:16

Бер иләү булып, гөж килеп...

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа умартасылыҡ менән шөғөлләнеү әүҙем бара. Сит илдәрҙә лә башҡорт балының тәмен бик яҡшы беләләр, үҙебеҙ ҙә татлы аҙыҡты өҫтәлдән өҙмәйбеҙ. Ауылдың иң егәрле, иң уңғандары был кәсепкә ең һыҙғанып, дәртләнеп тотондо.

Бер иләү булып, гөж килеп...
Бер иләү булып, гөж килеп...

Дим буйында урынлашҡан Дурас ауылын йөҙйәшәр аҡ тирәктәр уратып алған, тирә-яғындағы мөһабәт йүкәләр сәскә атҡанда хуш еҫенән баштар әйләнә, ә туғайҙа күпме сәскә – бал ҡорттары өсөн ожмах төбәге. Ошо сәскәләрҙән йыйылған бал гәрәбә шикелле саф, ул тәме, еҫе менән дә айырылып тора.

Дурас ауылының өлгөлө, тәртипле ғаиләләренең береһе булған Зинфира һәм Әхәт Сәфәрғәлиндар ҙа борондан ата-бабаларҙан ҡалған кәсепкә ҙур теләк менән тотоноп китте.

– Бөгөнгө көндә 20-нән артыҡ умартабыҙ бар. Был эште ни бары 5 умартанан ғына башлағайныҡ. Умартасылыҡ мине бер яҡтан сәләмәт тормошҡа әйҙәһә, икенсенән, тырыш хеҙмәтеңдән өҫтәмә килем дә алаһың, - ти йорт хужаһы Әхәт Миңнеғәли улы. – Йыл әйләнәһенә балаларҙың ғаиләһен, үҙебеҙҙе лә тәмле ризыҡ менән тәьмин итәбеҙ. Ҡунаҡҡа барһаң да, иң шәп күстәнәс  – шифалы бал, – ти хужабикә Зинфира.

Бал ҡорто кеүек тырыш ғаиләлә ике ҡыҙ, бер ул үҫтергәндәр. Уларҙың  һәр береһенең үҙ донъяһы, һайлаған һөнәре бар. Йәй етһә ейән-ейәнсәрҙәр тауышынан тирә-яҡ шау-гөр килеп тора, һәр кемдең үҙ эше – кем йәшелсәләргә һыу һибә, кем сүп утай, кем иҙән, һауыт-һаба йыуа.

 Умарта иләүе шикелле гөж килеп, донъя йөгөн бергә тартып йәшәгән Сәфәрғәлиндар балалары, ейәндәре өсөн һәр яҡлап та ысын өлгө булып тора. Хәстәрлекле олатай менән өләсәйгә ошо бәхеттән дә ҡәҙерлеһе юҡ. 

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: