Ғаиләлә тәрбиәләнгән Дарина, Риналь һәм Зарина ла ата-әсәһе өлгөһөндә тормош ҡанундарына төшөнә. Тыныс мөхиттә, яратылып ҡына йәшәгән балалар ата-әсәһенең тик яҡшы сифаттарын ғына күреп үҫеп килә. Дүртенселә уҡыған Дарина күптән инде әсәһенең оло ярҙамсыһына әүерелһә, ә өс йәшлек шуҡ Зарина ла уларҙан ҡалышмай, ҡушҡан эште башҡарырға ғына тора. Лиана Ришат ҡыҙы ҡыҙҙары менән аш-һыу бешерергә, ҡул эштәре менән булышырға, сәтләүектән төрлө гөлләмәләр яһарға ла ваҡыт таба. Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде. Ҡыҙҙары әсәһенән төплө, мәғәнәле итеп йәшәргә, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә һәм тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәнә. Алты йәшлек Риналь апаһы-һеңлеһенән айырмалы рәүештә гел атаһы янында булырға тырыша. Техника “ене” ҡағылған оҫта ҡуллы Радик Фәнис улы водитель булараҡ улын үҙенә тиң итеп ир-ат эшенә өйрәтә. Ҡул араһына инеп килгән улы менән бергә үткән минуттарҙа уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ғаиләлә балалар ҙа бер-береһен тәрбиәләй, яҡшы итеп аралаша. Апалы, ҡустылы, һеңлеле Миңлеәхмәтовтар бер-береһенә белгәнен өйрәтеп, ярҙам итә, таяныс та була белә.
Ғөмүмән, Миңлеәхмәтовтар барлыҡ уйҙарын, килеп тыуған проблемаларын да уртаға һалып һөйләшеп, кәңәшләшеп йәшәй. Сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйған ғаилә ағзалары тыуған көндәр, башҡа төрлө байрамдарҙы ла бергә үткәрергә, ял көндәрендә, йәй айҙарында тәбиғәттә ял итергә лә ваҡыт табалар.Ҡышын саңғыға һәм тимераяҡҡа баҫалар, йәйен велосипедта йөрөүҙе хуп күрәләр. Уларҙың яңы төҙөлгән йорттары нурлы, кәртә-ҡуралары төҙөк, бөхтә, йәй көндәрендә улар төрлө-төрлө йәшелсә, емеш- еләк үҫтерә.
Башҡортостандың Ҡариҙел районында тыуып үҫеп, урта мәктәпте тамамлаған Лиана һәм Радик йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ғаилә төшөнсәһе хаҡында бик аҡыллы фекер йөрөтә. Быға икеһенең дә өлгөлө ғаиләнән сығыуы, тәртипле үҫеүе булышлыҡ иткән, күрәһең. Лиана – Байҡыбаш ауылы ҡыҙы, ә Радик Торналыла донъяға килгән. Яҙмыш уларҙы Благовещен ҡалаһында таныштырған. Йәштәр бына ун ике йыл инде бергә татыу ғүмер кисерә. Ике яҡлап туғандарын да берҙәй яҡын күргән йәштәр Лиананың ата-әсәһенең оло ярҙамына ла, кәңәшенә лә рәхмәтле лә. Радик Себер тарафтарында, Лиана Благовещен ҡалаһының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтендә оператор булып эшләй.
Хеҙмәт һөйгән, яуаплы Миңлеәхмәтовтар эшендә лә маҡтаулы, ғаиләһендә лә бәхетле. Уларға шатлыҡлы ғүмер кисереү өсөн – балаларының, туғандарының һау - сәләмәт, һәр ваҡыт яндарында булыуы, үҙе оло бәхет һәм кинәнес.