Һәр кеше күңелендә тыуған төйәге, айырыуса ҡатын – ҡыҙҙар өсөн килен булып төшкән еренән дә ҡәҙерле урын юҡтыр ул. Мин дә Благовещен ерендәге 28 йыллыҡ ғүмер юлымда матур, иҫтәлекле эштәр атҡарып, күпме кеше менән аралашып, уларҙың күбеһенә тел һәм ҡул ярҙамы күрһәтеп, ихлас мөнәсәбәттә йәшәнем. Ике йыл элек Өфөгә күсеп китһәм дә, әле һаман да благовещендарҙың күбеһе менән йылы аралашыу, хәл-әхүәл белешеп, сәләмдәр ебәреп тороу һаҡланып ҡалған.
Әле яңыраҡ ҡына күңелдә йылы хәтирәләр йәшәткән, Благовещен районының Саннинск ауылында гөрләтеп донъя көткән, ғүмере буйы хәләл көсө менән тапҡан икмәген ашаған Зимфира һәм Ғаян Исламетдиновтар ғаиләһе оло шатлыҡ кисерҙе. Өләсәй менән олатайға, уларҙың Азалия, Эмиль, Вилена, Булат, Ынйы ейәндәренә иш булып Йэсминэнең тыуыуы ҙур кинәнес килтерҙе.
-Хоҙай Тәғәләнең рәхмәте менән күп тармаҡлы нәҫелебеҙҙе дауам итеп ғаиләбеҙҙә сабый тыуҙы. Аллаһы Тәғәлә һәр кем был донъяға үҙ ризығы менән, үҙ өлөшө һәм үҙ яҙмышы менән килә тигән. Йәсминәбеҙҙең тыуыуын да шатланып ҡабул иттек. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ нәҫел-нәсәптең ебен өҙмәй йәшәүҙе дауам итеүсе, ата-бабаларҙың рухын киләһе быуындарға тапшырыусы, ғәиләгә йән һәм йәм биреүсе һәм беҙҙең был донъяла йәшәүҙең төп мәғәнәһе булып тора, - тип һөйләне алтынсы тапҡыр өләсәй булған Зимфира апай Исламетдинова.
Зимфира апайҙың кейәүе Илфат менән ҡыҙы Эльвираның Булат улдарына һеңлекәш, уларҙың ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған Йәсминәгә исем ҡушыу ғәмәле атҡарылды. Күркәм табын артында Ғофран мәсетенән килгән Ғосман хәҙрәт хәләл ефете Диана менән был мөһим әмәлде атҡарғанда аҙан, унан сабыйҙың исеме өс тапҡыр әйтте, бөтә ғаилә ағзаларына иман-тәүфиҡ теләп, Ҡөрьән аяттары уҡыны, доға ҡылды. Мул табын артына йыйылған ҡунаҡтар – Йәсминәнең икенсе өләсәһе Гөлнара ҡоҙағый, уның килене Гүзәл, Зимфира апайҙың инәһе Миңлекәй әбей, ике туған апаһы Рима, ошо юлдар авторының инәһе Гөлнәфис һәм ире Айрат яңы тыуған сабыйға бүләктәр биреп, изге теләктәрен юлланы.
Бала – бауыр ите, тип көтөп алған ике улы һәм ҡыҙын ҡәҙерләп, артабан инде ейән – ейәнсәрҙәрен һөйөп, уларға оҙон ғүмер, бәхет теләп исем ҡушыуға оло яуаплылыҡ менән ҡараған Исламетдиновтарға афарин тейергә генә ҡала. Ғәзиздәренә иғтибарлы ата-әсә, яратҡан олатай-өләсәй уларҙың киләсәк яҙмышын алдан хәстәрләүе менән икеләтә маҡтаулы.
Ерҙе аллы-гөллө сәскәләр биҙәһә, йәшәйешебеҙҙе өлгөлө ғаиләләр матурайта. Уларҙың ғаиләһендәге үҙ-ара булған йылы мөнәсәбәттәр ҙә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итмәй ҡалманы. Йырҙағыса, «беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк, бергә барыбер еңелерәк», тип Исламетдиновтар гөрләтеп ғүмер итә. Туғандары, яҡындары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, дуҫтары менән ҡатышып йәшәй. Аллаһы Тәғәлә уларҙың ғаиләһен, бала тауыштары менән тулған өйөн бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, етеш, бәрәкәтле ғүмер бүләк итһен!