Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
13 Ғинуар 2023, 10:32

“Әсәйем – алтыным”, -ти балалар

Өфө районы Дорогин мәктәбенең “Илһам” түңәрәге ағзалары “Йәйғор”ға әсәләре тураһында мәҡәләләр яҙып ебәргән. Уларҙы һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

“Әсәйем – алтыным”, -ти балалар
“Әсәйем – алтыным”, -ти балалар

Ҡасан беҙ мәктәптән өйгә ашҡынып ҡайтабыҙ? Әлбиттә, әсәйебеҙ өйҙә булғанда.
Әсә-кешенең иң яратҡаны. Әсәләр беҙҙе нисек барбыҙ шулай яраталар. Донъяла унан да яҡыныраҡ кеше юҡтыр ул. Уның мөхәббәте сикһеҙ. “Әсә” һүҙен бала ла, өлкән кеше лә, ҡарт кеше лә тик яратып ҡына әйтә. Барлыҡ телдәрҙә лә ул йылылыҡ, мөхәббәт, изгелекте аңлата.
Минең әсәйем фармацевт булып эшләй. Уның эше бик ауыр: барлыҡ дарыуҙарҙы белергә, кешеләр менән яғымлы һөйләшергә кәрәк. Мин әсәйемде бик яратам, уға оҙон, бәхетле ғүмер теләйем. Ғүмере тап шулай булһын өсөн барлыҡ көсөмдө һаласаҡмын.

Миләүшә Сөләймәнова.

Читайте нас: