Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
29 Май 2023, 11:34

Берҙәмлеге менән билдәле Сәлиховтар

Һигеҙ баланы берҙәй яҡын итеп үҙ ҡанаты аҫтына тәрбиәгә алған Сәлиховтар ғаиләһе район һәм республика сараларында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Фәриҙә Фәнил ҡыҙы менән Илдус Исмәғил улының тәрбиәгә алған күп балалы ғаиләһе хаҡында республиканың киң мәғлүмәт сараларында байтаҡ мәҡәләләр баҫылған. Улар күмәкләшеп телевизион тапшырыуҙарҙа ла ҡатнаша.

Берҙәмлеге менән билдәле Сәлиховтар
Берҙәмлеге менән билдәле Сәлиховтар

Өфө районының Ҡармасан ауылынан Илдус һәм Фәриҙә Сәлиховтар ғаиләһе "Волга буйының уңышлы ғаиләһе" конкурсының төбәк этабында 1-се урын алды. Бүләкләү тантанаһы Өфө ҡалаһының “Торатау” Конгресс-холында ата-әсәләрҙе алмаштырыусыларҙың республика форумы сиктәрендә үтте.

Һигеҙ баланы берҙәй яҡын итеп үҙ ҡанаты аҫтына тәрбиәгә алған Сәлиховтар ғаиләһе район һәм республика сараларында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Фәриҙә Фәнил ҡыҙы менән Илдус Исмәғил улының тәрбиәгә алған күп балалы ғаиләһе хаҡында республиканың киң мәғлүмәт сараларында байтаҡ мәҡәләләр баҫылған. Улар күмәкләшеп телевизион тапшырыуҙарҙа ла ҡатнаша. “Бәхетнамә”, “Бәхетле сәғәт”, “Хәйерле иртә, Республика!”, “Телеүҙәк” тапшырыуҙарын ойоштороусылар тамашасыға һәр ваҡыт уларҙың дуҫ, берҙәм, тырыш һәм эшсән ғаиләһе тураһында күп мәғлүмәт бирә.

Ирле-ҡатынлы Сәлиховтар баланы ғаиләгә тәрбиәгә алырға теләгән граждандар менән осрашыуҙарға, уларҙы алмаштырыусы ғаиләләр өсөн түңәрәк өҫтәлдәргә һәм семинар-кәңәшмәләргә йыш саҡырыла. Фәриҙә Фәнил ҡыҙы һәм Илдус Исмәғил улы Ҡармасан ауылының балаға ата-әсәләрен алмаштырыусы йәш ғаиләләр өсөн остаз булып тора. Уларға барса йүнәлештәрҙә ярҙам итә, килеп тыуған һорауҙарға ыңғай яуап та эҙләшәләр.   

«Яратырға һәм һаҡларға» тигән девиз менән йәшәгән Сәлиховтар өсөн бер-береһе тураһында хәстәрлек күреү ныҡлы ғаиләнең нигеҙе булып тора.

Матур йолалары, үҙ - ара яҡшы мөнәсәбәттәре менән дан ҡаҙанған Сәлиховтар ғаиләһен республика этабындағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Был конкурс һеҙҙең сираттағы һәләттәрегеҙҙе асыуҙың тағы бер дәлиле булды. Ғаиләгеҙ һәр ваҡыт мөхәббәт, ихтирам һәм үҙ-ара аңлашыу менән башҡаларҙан һәр саҡ айырылып торҙо. Алдағы өмөттә лә тик шулай булһын!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: