Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылы Мең ырыуының 40 өйлө мең аймағына ҡарай, ә Иҫке Ябалаҡлы ауылы Шишмә районына керә. Ике ауылды Ҡайғыл тауы менән Өйҙөрәк йылғаһы ғына бүлеп тора. Был ауыл халҡы ғүмер-ғүмергә бер-береһенә ҡыҙ биреп, килен төшөрөп бик татыу йәшәгән.
– Һуңғы йылдарҙа машина юлы төшкәс кенә беҙҙең ауылдар араһы бер аҙ йыраҡлашты, – тип һөйләй хәҙер ололар.
Яңа Яппарҙа йәшәүсе Зенфира һәм Наил Мәғәсүмовтар тамырҙарын барлап, нәҫел ептәрен тергеҙеү маҡсаты менән Ябалаҡлыға килгән.
– Ошо ауылдан Яппарға килен булып төшкән ҡәйнәм Миңлеғәйшә йәш сағын, туғандарын һағынып хәтерләргә ярата торғайны. Уларҙың нәҫел-нәсәбен күреү, улар менән танышыу миңә лә бик ҡыҙыҡ, – ти Зенфира Муллабай ҡыҙы.
Ҡәйнәһенең мәрхүм булғанына 15 йыл ваҡыт үткән. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотҡан хәстәрлекле килен, мәрхүмәнең рухына «Сәләм» мәсетендә Көрьән уҡытып, балаларын, туғандарын Ябалаҡлы менән таныштырырға тип бергә йыйҙы. Ике ауыл бер булып осрашып, туғанлыҡ ептәрен нығытып, бик күптәнге архив фотоһүрәттәрен ҡараны,бер нисә быуынға киткән ҡәрҙәшлек тамырҙарын барланы.
– Наил миңә ағай булып сыҡты. Хәҙер ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ, йыйындарҙа осрашабыҙ, – ти Ябалаҡлынан Рәшиҙә Сафина. Мәшәҡәтле заманда йәшәү осрашып тороуҙың йәмен юғалтмай. Киләсәктә лә тормоштоң ҡәҙерен белеп, булғанына шөкөр итеп, туғандарға, рухи мираҫҡа таянып йәшәргә тигән өмөттәбеҙ. Элек-электән хәл белешеп, кәрәк саҡта ярҙамлашып, туғанды туған итә белеү беҙҙең халҡыбыҙға хас матур күренеш.