“Дәүләт - ул ҙур ғаилә, ә ғаилә - ул бәләкәй дәүләт һәм ул һөйөүгә нигеҙләнгән”, - тип белеп әйткән боронғолар. “Ғаилә - ул кеше үҙе тыуҙыра алған иң ҙур бәхет” тип әйтеүселәр ҙә бар беҙҙең арала. Яңы тормоштоң башы, матур нәҫелдең дауамы булған татыу ғаиләнең изге йолаларҙы һаҡлауҙа ла роле баһалап бөткөһөҙ.
Район-ара “Йәйғор” гәзите иғлан иткән “Минең ғаиләм” конкурсында ҡатнашҡан һәр ғаиләнең бер йортта йәшәүсе кешеләр йәмғиәте генә түгеллеген, уларҙың йылы мөнәсәбәттә, мөхәббәттә ҡалып, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып көн итеүенә инандыҡ. Конкурста ҡатнашҡан Нуриман, Шишмә, Иглин, Благовещен, Өфө райондарындағы матур ғаилә парҙары -Сәмсетдиновтар, Иҙрисовтар, Йыһановтар, Ибәтовтар, Мостафиндар, Рафиҡовтар, Ғабдуллиндар, Назыровтар,Замановтар, Ғиззәтуллиндар
кешеләрҙе һоҡландырып, кесе тыуған илдәренә йәмдәр, тирә-яҡтағыларға нур өҫтәп йәшәй белә.
Конкурс булғас уның шарттарына ярашлы еңеүсеһе лә билдәле булды. Һанап кителгән ғаиләләр араһынан иң күп тауыш йыйған Иглиндән Ибәтовтар ғаиләһе конкурс бүләге – юрғанды отоп, артабан бәйгенең республика этабында еңеү өсөн көрәште дауам итәсәк.
Ошо уңайҙан файҙаланып, конкурста ҡатнашҡан барса ғаиләләрҙе лә ҡотлайбыҙ һәм һеҙгә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Йорттарығыҙҙа шат балалар тауышы тынмаһын, яҡындарығыҙ ышаныслы терәк булһын, мөхәббәт йылыһы һүрелмәһен. Ғаиләләрегеҙҙең сәскә атыуын, татыу һәм берҙәм булыуын теләйбеҙ! Именлек һәм изгелек һеҙгә!