Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
10 Июль 2023, 08:54

Малайҙар үҫтергән Акитаровтар

Благовещен районының Николаевка ауылынан Елена Һәм Вадим Акитаровтар ете йыл элек ғаилә ҡорған. Бер төн эсендә улар күп балалы ата – әсә булып китә, сөнки уларҙың өс игеҙәктәре – Арыҫлан, Мирон һәм Артем тыуа. Был ваҡытта ир менән ҡатын улдары Елисейҙы үҫтерә һәм ҡыҙ бала тураһында хыяллана.

Малайҙар үҫтергән Акитаровтар
Малайҙар үҫтергән Акитаровтар

Благовещен районының Николаевка ауылынан Елена Һәм Вадим Акитаровтар ете йыл элек ғаилә ҡорған. Бер төн эсендә улар күп балалы ата – әсә булып китә, сөнки уларҙың өс игеҙәктәре – Арыҫлан, Мирон һәм Артем тыуа. Был ваҡытта ир менән ҡатын улдары Елисейҙы үҫтерә һәм ҡыҙ бала тураһында хыяллана.

Декрет ялына тиклем Елена Сергеевна Николаевка ауылы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Вадим Алексеевич «Бионекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә төҙөлөш эштәре мастеры вазифаһында. Ирле-ҡатынлы күп балалы ғаиләләрҙә үҫә һәм үҙҙәре лә ҙур ғаилә төҙөргә теләй. Улар, әлбиттә, икенсе йөклөлөк тураһындағы яңылыҡты бик шатланып ҡабул итә.

 - Һигеҙенсе аҙнала ирем менән УЗИ-ға барҙыҡ. Ҡабул итеүгә бер үҙем керҙем, Вадим менән Елисей урамда мине көтөп ҡалды, - тип һөйләй Елена Сергеевна. - Тәүҙә табип йөклө булыуымды һәм тыуасаҡ балаларымдың игеҙәк буласағын әйтте, ә һуңынан ҡапыл өндәшмәҫ булды. Шунан ул беҙҙең нәҫелдә өс игеҙәк булғаны бармы, юҡмы тип һораны. Мин игеҙәктәр генә тип яуапланым. Тикшерелеү барышында экран аша табип менән бер нисә тапҡыр өс игеҙәкте иҫәпләп сығарҙыҡ.

Елена Сергеевна ире янына сығырға ҡурҡҡанын хәтерләй. Уға шатлыҡлы хәбәр еткереү өсөн оҙаҡ ҡына һүҙҙәр һайлай.

- Иптәшем яныма килеп, нимә әйтергә белмәй торҙом. Ул: "игеҙәкме?" - тип һорай. Ә мин өс игеҙәк, тип әйтәм, - ти күп балалы әсәй. - Беҙ өйгә шым ғына ҡайттыҡ, юл буйына бер-беребеҙгә өндәшмәнек. Күп тә үтмәй, йөрәгем аҫтында өс йөрәк тибеше барлығын аңланыҡ. Уҙған йылдың авгусында республика клиник перинаталь үҙәгендә улдарым донъяға килде.

  Арыҫлан (Лев) - 1440гр. 36 см, Мирон - 1490гр.  41 см, Артем - 1480гр.  40 см булып тыуҙы. Табиптар әйтеүенсә, өс игеҙәк өсөн был бик яҡшы күрһәткестәр. Хәҙер инде улар тиҫтерҙәре кимәленә тиклем үҫешеп етте, - тип уртаҡлаша бәхетле әсәй. Исемдәр өҫтөндә лә улар бөтә йөклөлөк осоронда уйланған. Ирле-ҡатынлы Акитаровтар малайҙарҙың һәр береһен  айырым шәхес итеп күреп, бер-береһенә оҡшаш исемдәр һайларға теләмәгән. Арыҫлан исемен шунда уҡ һайлайҙар, Ә Мирон менән Артемдың исемдәре уларҙың тыуған осорона яҡыныраҡ ҡына хәл ителә .

         - Ҡәйнәм Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы 8 ай беҙҙең менән йәшәй, ә әсәйем Ирина Анатольевна уны ял һәм байрамдарҙа алмаштыра. Яҡындарыбыҙға ҙур рәхмәт, уларһыҙ бик ауыр булыр ине. Ирем дә һәр ваҡыт янымда, - тип һөйләй Елена Сергеевна. Һәм, әлбиттә, уларҙың өлкән улдары –Елисей, ғаиләнең төп ярҙамсыһы, ул ҡустыларын бик ярата, улар тураһында хәстәрлек күрә, уйнай һәм булыша.

Киләсәктә ир менән ҡатын улдарын ярҙамсыл, изге күңелле, кешелекле итеп күрә. Был сифаттарҙы Елена һәм Вадим Акитаровтар ата – әсәләренән үҙләштерһә, ә хәҙер үҙ балаларында тәрбиәләй.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: