Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
14 Июль 2023, 12:01

Никах нигеҙендә - мөхәббәт

 «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән Нуриман районының Яңы Субай ауылынан Ғафаровтар ғаиләһе бүләкләнде!

Никах нигеҙендә - мөхәббәт
Никах нигеҙендә - мөхәббәт

Марс Хөрмәт улы һәм Зәйтүнә Зәки ҡыҙы Ғафаровтарҙың бергә йәшәүҙәренә быйыл 49 йыл тулды. Ошо бәхетле йылдар эсендә был ғаиләнең никах нигеҙендә мөхәббәт, тоғролоҡ, тырышлыҡ һәм бер-береһе тураһында хәстәрлек ныҡлы урын алып тора.

Марс Хөрмәт улы Яңы Субай ауылы егете. Ул бөтә ғүмерен мәктәпкә э бағышлаған, балаларға тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм һынлы сәнғәт фәндәренән белем биргән. 1990 йылда эшен яратҡан уҡытыусыны Яңы Субай  мәктәбе директоры вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Уның етәкселегендә яңы мәктәп төҙөлә, белем усағының матди – техник базаһы яңыртыла, уҡытыусылар коллективы менән яҡшы эштәр атҡарыла.

 Иренә һәр яңы башланғыста терәк, таяныс булған Зәйтүнә Зәки ҡыҙы Таутөмән ауылы ҡыҙы. 1971 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлаған йәш белгәс йүнәлтмә буйынса үҙенең педагогик юлын Нуриман районында физика һәм математика уҡытыусыһы булып башлап ебәрә. Мәктәптә эшләүҙән тыш, һәр ваҡыт йәмәғәт тормошонда әүҙем булған Зәйтүнә апай күп йылдар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын башҡара, профком ағзаһы, художестволы үҙешмәкәрлектә лә ҡатнашырға ваҡытын йәлләмәй.

Тап ошо районда осрашҡан йәштәр1974 йылдың 1 майында өйләнешеп, Ғафаровтар ғаиләһен булдыра. Ихтирамлы уҡытыусылар ғаиләһе өс матур бала тәрбиәләп үҫтереп, барыһына ла лайыҡлы белем биргән. Балалар эшһөйәр булып үҫкән, өсөһө лә Өфөлә йәшәй, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, һайлаған һөнәре буйынса эшләп, үҙ донъяһын көтә.

Бөгөн хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары Зәйтүнә һәм Марс Ғафаровтар бар һөйөүен, хәстәрлеген яратҡан ғәзиздәре - ейән-ейәнсәрҙәренә бирә. Алла бойорһа, 2024 йылда ғаилә бергә йәшәүенең 50 йыллыҡ юбилейы, алтын туйын билдәләйәсәк. Мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө булып торған,  «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына күптән лайыҡ  Ғафаровтар ғаиләһенә тик изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Алда ла үҙегеҙҙе һаулыҡ, именлек, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер, күп шатлыҡ-ҡыуаныстар көтөп торһон!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: