Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
25 Июль 2023, 08:59

Ғаиләһе уға терәк һәм таяныс

Людмила менән Алексей 31 йыл элек ғаилә ҡорған. Улар ике ҡыҙ үҫтергән, хәҙер бәләкәй ейәнсәре Аннушкаға шатланалар.

“Ул ҡаты холоҡло, сыҙам”, - тип һөйләй Благовещен доброволецы ҡатыны Людмила Михайловна тураһында таныштары. Ишеткән ҡылыҡһырлама ҡорос характерлы һәм ҙур кәүҙәле ҡатын-ҡыҙҙы күҙ алдына килтерә. Шуға күрә, уның янына килеп, урта буйлы, зәңгәр күҙле мөләйем ҡатынды күргәс, бер аҙ аптырап ҡалаһың.

Людмила менән Алексей 31 йыл элек ғаилә ҡорған. Улар ике ҡыҙ үҫтергән, хәҙер бәләкәй ейәнсәре Аннушкаға шатланалар.

- Махсус хәрби операция башланғас, Алексей федераль яңылыҡтарҙы күҙ уңынан ысҡындырманы. Ә бер матур көндө килеп, ул беҙгә Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнен хәбәр иткәс, балаларын, ирен яратҡан, ғаиләһен һаҡлаған әсәй булараҡ, миңә уның ҡарарын ҡабул итеүе бик ауыр булды. Әлбиттә, борсолдом. Махсус хәрби операция барышының ҡурҡыныс һәм хәүефле булыуы тураһында әйтеп ҡараһам да, ирем мотлаҡ унда булырға тейешлегенә өндәне, - ти Людмила Михайловна.- Әлбиттә күңелдә ҡурҡыу, хафаланыу булһа ла, иремдең ысын Ватанды һаҡлаусы булыуын йөрәгем менән тойҙом. Унан да бигерәк, яҡындарын тормошта бәхетле йәшәтергә тырышыуы ла һоҡландырҙы.  

 Хәрби яраштырыу ваҡытында Алексей ғаиләһенә йыш ҡына шылтыратып хәбәрҙәр яҙып тора ла, һуңынан бер аҙ ваҡыт бәйләнешкә инмәй башлай. Артабан ул айына бер тапҡыр ғына шылтыратып торған осорҙар була.

-Тәүге ярты йылда һәр төн илап сыға инем. Ул шылтыратҡанда, беренсе сиратта: Аллаға шөкөр, тере тип шатлана торғайным,  - ти ҡатын. - Бер-беребеҙҙән алыҫ булһаҡ та, һөйөклө ирем гел уйымда йәшәй, уға күңелемдән тик изге теләктәремде генә теләп йөрөйөм. Йыйып ебәргән посылкам уға бик оҙаҡ барһа ла, йөрәк йылыһы менән ебәрелгән әйберҙәр һөйгәнемдең кәйефен күтәргән. Шуға икебеҙ ҙә ихлас шатландыҡ.

 “Литва” позывнойлы яҡташыбыҙ быйылғы яҙ ҙа яраланған. Уға Санкт-Петербургта операция яһағандар. Әлегә Алексей өйҙә. Хәрби-медицина комиссияһын үткәндән һуң, ул хеҙмәттәштәре янына Украиналағы махсус хәрби операцияға юлланасаҡ.

"Беҙ контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң 11 ай үткәс кенә осраштыҡ. Өйгә ҡайтҡас ул үҙ-үҙенә бикләнер, ҡайһы берәүҙәр һөйләүенсә, ҡот осҡос төштәр күрер, һаташыр тип бик борсолғайным. Киреһенсә, ул үҙен тыныс, ышаныслы тота, бөтә ваҡытын ғаиләһе менән үткәрә, - тип уртаҡлаша Людмила Михайловна. Уларҙың кәрәк һәм мөһим эштәр башҡарыуын аңлайым. Әгәр ирҙәребеҙ, атайҙар, улдарыбыҙ булмаһа, дошмандар беҙҙе баҫып алыр ине. Ә мин ҡыҙҙарым ,ейәнсәрем, туғандарым һәм яҡындарымдың бындай ҡайғы, хәсрәт күреүен теләмәйем”.

Беҙ шулай уҡ яугирҙың кесе ҡыҙы Виктория менән аралаша алдыҡ.

"Атайым контракт төҙөгәнен белгәс, йөрәктә оло ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килде", - ти Вика. Беҙҙең атай - ысын ир һәм тыуған илебеҙҙе һаҡлаусы ҡаһарман яугир. Уны герой тип атаһам да, яңылышмам, сөнки бындай аҙымға бик аҙҙар ғына бара ала.

 “Литва” ҡыҙҙары - тыныс ваҡыттың кәүҙәләнеше, улар өсөн ир-егеттәр илебеҙ өсөн ауыр ваҡытта Ватанды яҡлауға бара. Уларҙың ихатаһындағы төрлө төҫтәге сәскәләр һауала йөҙөп йөрөгән болоттарҙы хәтерләтә. Ҙур гортензия ҡыуаҡтары, хуш еҫле ләләләр, ромашкалар барыһы ла нәфис һәм нәзәкәтле. Ә теплицала помидор һәм ҡыяр өлгөргән.

Алексей һөйләүенсә, унда, алғы һыҙыҡта, бөтә ир-егеттәр ҙә дуҫ, улар һәр ваҡыт бер - береһенә ярҙам итергә тырыша, - тип һөйләй күҙҙәренә йәш тулған килеш Людмила Михайловна. - Рәсәй хәрбиҙәренең батырлығы арҡаһында беҙ көн һайын яңы тыуған көнгә шатлана алабыҙ, тыныс ҡына эшкә йөрөйбеҙ, йорт эштәре менән шөғөлләнәбеҙ. Бының өсөн беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең һалдаттар, офицерҙар, доброволецтар – ихтирамға лайыҡ ир-егеттәр.

Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгән Башҡортостан халҡы берҙәм белешмә номеры буйынса 117, ситуацион үҙәккә 122 йәки +7 (347) 218-19-19, йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына (Благовещен ҡалаһы, Киров урамы, 1) йәки башбат.рф. сайтына мөрәжәғәт итә ала.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: