Йәйғор
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
1 Февраль , 15:03

Халыҡ йолаларына тоғро ғаилә

Самат һәм Фиҙәниә Рафиҡовтар ғаиләһе районда яҡшы билдәле. Улар райондың мәҙәни һәм ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, балаларын милли ҡиммәттәр һәм патриотизм рухында тәрбиәләй.

Халыҡ йолаларына тоғро ғаилә
Халыҡ йолаларына тоғро ғаилә

Әле күптән түгел Рафиҡовтар ғаиләһе «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының муниципаль этабында еңеүсе булды.

Самат менән Фиҙәниә ун биш йылдан ашыу бергә. Был йылдар дауамында ир менән ҡатын бер-береһенә ярҙам итеп, ғаилә усағының йылыһын һаҡлап йәшәй.  Бар ерҙә лә әүҙем Рафиҡовтар ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләй. Был ғаилә башҡорт йолаларына тоғролоғо, балаларын милли рухта тәрбиәләүе менән башҡаларға өлгө булып тора

Ғаилә башлығы Самат Хәмиҙулла улы әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында ил мәнфәғәттәрен яҡлай. Сығышы менән ул Үктәй ауылынан. Ғаилә бер аҙ Өфөлә йәшәй, һуңынан Иглингә күсеп килә. Хәрби хеҙмәткә тиклем ир автосервиста слесарь булып эшләй. Тыуған илгә ҡурҡыныс янағанда Самат ситтә ҡала алмай. Былтыр май айында улар дуҫы менән бергә махсус хәрби операция зонаһына барырға ҡарар итә. Ҡатыны һәм балалары ғаилә башлығының ҡарарын аңлап ҡабул итә. Уларҙың кисерештәре Миләүшә Имашеваның уларға атап яҙған «Көслө бул!» шиғырында асыҡ сағыла. Үткән йылда Фиҙәниә Салауат ҡыҙы был әҫәрҙе шиғыр һөйләүселәрҙең район конкурсында уҡып, гран-при яуланы.

Фиҙәниә Рафиҡова Иглиндағы 5-се мәктәптең «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Фиҙәниә Салауат ҡыҙы үҙе лә, уның тәрбиәләнеүселәре лә төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша һәм еңеү яулай.

Рафиҡовтар балаларының лайыҡлы үҫеше өсөн уларға уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Ғәзиздәренең эстетик тәрбиәһенә, туған башҡорт телен, тарихты, сәнғәтте, милли мәҙәниәтте төплө өйрәнеүенә ныҡлы иғтибар бүлә. Фиҙәниә Салауат ҡыҙы билдәләүенсә, балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү хәҙер Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында беҙҙең тыныс күк йөҙө өсөн һуғышҡан олатайҙарыбыҙ өлгөһөндә генә түгел, ә махсус хәрби операция сиктәрендә Ватанды һаҡлаған атайҙар миҫалында ла алып барыла.

-Балалар мине лә, атайҙарын да ҡайғыртмаҫҡа тырыша, яҡшы уҡый, өй эштәрендә лә ярҙам итәләр, - тине Фиҙәниә Салауат ҡыҙы. - Атайҙары улар өсөн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Ҡатыны, балалары Саматтың исән-һау еңеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә.

Рафиҡовтарҙың ғаилә усағы бер ҡасан да һүнмәһен. Балаларына аталарының көслө ҡулдарын, әсәләренең наҙлы күҙ ҡарашын тойоп, уларға илебеҙҙең лайыҡлы шәхесе булып үҫергә насип булһын.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: