Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
27 Март , 11:48

Йәшәү йәме - ғаиләлә

Ғәлинуровтар ғаиләһе ун йыл элек барлыҡҡа килгән. Буласаҡ ир менән ҡатын Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле янында танышҡан. Вадим Фәнил улы һәм Регина Зәки ҡыҙы шул ваҡыттан алып бергә һәм берҙәм йәшәй.

Йәшәү йәме - ғаиләлә
Йәшәү йәме - ғаиләлә

Ошо йылдар дауамында улар ғаилә усағының йылыһын һаҡлай, балалары Асҡар менән Асланды халыҡ йолаларына нигеҙендә тәрбиәләй. Ғаилә ауыл һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Улар «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсының муниципаль һәм зона этаптарында ҡатнашып, «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында өсөнсө урын алды.

Ғаиләнең байтаҡ матур традициялары бар: тәбиғәткә бергәләп сәйәхәт итеү, төрлө сараларға йөрөү…

– Беҙ әүҙем тормош алып барабыҙ, – тип һөйләне Регина. – Мөмкин тиклем илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың матур урындары буйлап сәйәхәт итәбеҙ. Йәйгеһен йылғала ял итәбеҙ, ҡышҡыһын саңғыла шыуабыҙ. Асҡар һәм Аслан ауылда ҡунаҡ булырға ярата. Өләсәйебеҙ – клубта  мәҙәниәт ойоштороусыһы, малайҙар ул уҙғарған сараларға йөрөй. Шулай итеп, ғаиләбеҙ миҫалында беҙ балаларға башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Йоҡлар алдынан  әкиәттәр һөйләйбеҙ. Балаларыбыҙҙың милли йолаларҙа үҫеүен, үҙ халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен белеүен, туған телен өйрәнеүен теләйбеҙ. Вставка

Ғаилә башлығы Вадим Ғәлинуров биналар интерьерын биҙәү менән шөғөлләнә. Уның барельеф техникаһында эшләнгән эштәре күп.

Скульпторҙың ижадында «Ҡурай моңо», «Башҡортостан моңо» сериялары айырым урын биләй. Барельефтар башҡорт халҡының көнкүрешен, мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, республиканың үҙенсәлекле тәбиғәтен сағылдыра. Был эштәр күп һанлы күргәҙмәләрҙә күрһәтелә.

Вадим Ғәлинуров – төрлө конкурстар еңеүсеһе, «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» художество премияһы лауреаты. Яҡташыбыҙ Төньяҡ Осетияла ете ағалы-ҡустылы Газдановтарға арналған «Торналар» тарихи ҡомартҡы-мемориалын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Башҡортостандың һынлы сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Вадим Фәнил улы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Ҡатыны һәм балалары ғаилә башлығына, уның бөтә башланғыстарында ярҙам итә. Декрет ялына тиклем тәрбиәсе булып эшләгән Регина Зәки ҡыҙы өс йыл инде туристик агент вазифаһын башҡара. Ул музыка менән мауыға, аш-һыу әҙерләргә ярата. Уңған ҡатын яҡындарын тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Улдары – ата-әсәһенең төп ярҙамсылары. Асҡар район үҙәгенең 5-се мәктәбенең 3-сө класында уҡый, бөтә фәндәрҙән дә «5» һәм «4» билдәләренә өлгәшә. Ҡыҙыҡһыныусан малай математика, робототехника менән мауыға. Асланға дүрт йәш, ул «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһына йөрөй, һүрәт төшөрөргә, «Лего» конструкторын  һәм пазлдар йыйырға ярата.

Күп ғаиләләрҙәге кеүек, Ғәлинуровтар ҙа балаларына яҡшы тәрбиә биреп, уларҙың тормошон бәхетле итергә тырыша.

– Улдарыбыҙ илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың лайыҡлы кешеләре булыр, тип ышанабыҙ, – ти Ғәлинуровтар. –  Бының өсөн беҙ көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Берҙәм ғаиләнең киләсәккә пландары ҙур. Вадим һәм Регина  Ғәлинуровтар бергәләп бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырҙарына ныҡлы  ышана. Ә уларҙың бәхет сере ябай – бер-береңә ышаныу, ихтирам итеү һәм үҙ-ара аңлашыу. Бындай бәхетле ғаиләләр күберәк булған һайын йәмғиәтебеҙ именерәк, дәүләтебеҙ көслөрәк булыр.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: