Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
3 Май , 09:41

Ата-әсә өлгөһөндәге тәрбиә

Иглин ауылынан аталы-ҡыҙлы Салауат һәм Наҙгөл Ибәтовтар «Профтех ғаиләһе» республика конкурсының «Иретеп йәбештереү технологиялары» компетенцияһында 1-се урын алды.  

Ата-әсә өлгөһөндәге тәрбиә
Ата-әсә өлгөһөндәге тәрбиә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге ойошторған конкурс Өфөлә 18-30 мартта Бөтә Рәсәй «Профессионалдар» профессиональ чемпионаты сиктәрендә уҙҙы һәм Ғаилә йылына арналды.  

Салауат менән Гөлшат Ибәтовтарҙың эшһөйәр, талантлы ғаиләһен иглиндар ғына түгел, республиканың күп кенә халҡы ла яҡшы белә. Улар балалары Нияз һәм Наҙгөл менән бергә ауыл һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө кимәлдәге сараларҙа сығыш яһай. Был юлы Наҙгөл атаһы менән көстәрен һөнәри бәйгелә һынап ҡарарға булды. Конкурс барышында аталы-ҡыҙлы Ибәтовтар иретеп йәбештереү эше буйынса үҙҙәренең оҫталығын  күрһәтеп, ысын профтех ғаиләһе булыуын иҫбатланы.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: атаһының эшен күҙәтергә яратҡан Наҙгөл, үҙе лә иретеп йәбештереү менән ҡыҙыҡһына башлай. Буш ваҡыттарында ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ уның эш урынына бара. Өлкән Ибәтов Башҡортостан агросәнәғәт колледжының Иглин филиалында производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләй. Ғаилә башлығы Салауат Исламғәли улының йортонда бөтә уңайлыҡтар бар, йорт яны ҡоролмалары ла уның оҫта ҡулдары менән эшләнгән. Ә ҡатыны һәм балалары уға бөтә эштәрҙә  ярҙам итә, ғаилә башлығының һәр башланғысын хуплап, күтәреп ала.

Наҙгөл Иглиндағы  2-се мәктәптең 5-се класында яҡшы уҡый. Ҡыҙ төрлө кимәлдәге ижади конкурстарҙа ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ул Иглин балалар музыка мәктәбенең фортепиано класын тамамлағандан һуң әле художество мәктәбендә уҡый. Йыр-бейеү менән мауығҡҡан ҡыҙ район мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Степ-ап» өлгөлө бейеү коллективы ағзаһы. Күптән түгел ул «Иглин нуры» бейеү ансамбле составында «Байыҡ» республика телевизион проектының икенсе турына үтте (Наҙгөл – солистка). Бынан тыш, уҡыусы «Талисман» вокаль түңәрәгендә йыр-моң серҙәренә өйрәнә.

– Ғаиләлә балаларға шәхси өлгө аша тыуған яҡҡа, мәҙәни ҡиммәттәргә, халыҡтың йолаларына һәм хеҙмәткә һөйөү тойғоһо тәрбиәләйбеҙ, – тип һөйләне Гөлшат Ибәтова. – Бөтә өй эштәрен беҙ бергәләп эшләйбеҙ. Балалар хужалыҡта ҙур ярҙамсылар. Ә үҙебеҙ белгәнде балаларға өйрәтеү – ата-әсәләрҙең төп бурысы.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: